Ул – йыртҡыс балыҡ, сәғәтенә 35 саҡрым тиҙлек менән йөҙә. Шундай осраҡтар ҙа бар: ас булһа, эреләре ваҡтарын ашай башлай. Бағры һалҡын һәм таҙа һыуҙа ғына йәшәй. Боҙ аҫтында ла һәйбәт ҡышлай ала. Ул үтә һаҡ. Ауға көндөҙ сыға, 10 – 12 градуста яҡшы туҡлана. Һыуҙың йылылығы 18 градустан юғары күтәрелһә, бөтөнләй ашамай башлай.
Бағры күберәк Башҡортостандың Белорет, Ғафури, Ишембай, Әбйәлил, Күгәрсен райондарының һыу ятҡылыҡтарында осрай. Ҡайһы берәүҙәр уны сыбайсыҡ тип тә йөрөтә. Уның һоҡланғыс матурлығын ҡыҙыл, ҡара төртөктәр билдәләй. Тәңкәһе ваҡ, ҡойроғо ҡара төҫтә, тештәре күп, тигеҙ, күҙе үткер. Йылғаның ҡомороҡтарында, ағас араларына йәшеренә.
Иң яратҡан аҙығы — ямғыр йәки ер селәүсене. Тиреҫ ҡортон әллә ни яратмай. Бағрыны күберәк 0 – 2 һанлы ырғаҡҡа тоталар. Емде уның осо күренмәҫлек итеп кейҙерәләр. Күбәләкле ырғаҡҡа һирәк эләгә.
Ғөмүмән, бағры ҡармаҡлау бала саҡтың матур хәтирәһе булып күңелгә уйылған. Тубыҡтар үләнгә йәшәреп бөтә торғайны. Уның ҡарауы, эре-эре балыҡтарҙы шешкә теҙеп алып ҡайтыу – үҙе бер шатлыҡ, ғорурлыҡ.
Бағрыны нисек тоталар һуң? Ҡалҡыуыс ҡулланылмай, ырғаҡты һыуҙан бер күтәреп, бер төшөрөп ултырырға кәрәк. Ятыуҙа балыҡ булһа, оҙаҡ көттөрмәҫ. Иң тәүҙә эреһе эләгеүсән. Хәҙер күберәк үрсетелгән бағрылар тотола. Улар, әлбиттә, тәме буйынса йылғаныҡынан байтаҡҡа ҡайтыш.
Бағры иртә таңдан һәм кискә табан ҡаба, елле көндө яратмай. Ҡармаҡ ебен тартҡас та әҙерәк ебәрергә, шунан һуң ғына табышты сығарырға кәрәк. 0,2 – 0,25 нәҙеклектәге еп ҡулланыла. Бағры көслө ҡаршылыҡ күрһәтә, шуның өсөн дә һуйыл ныҡ булырға тейеш. Әгәр ҙә күренмәй ҡармаҡлаһаң, ятыуҙа күпме бағры бар – барыһы ла һинеке.
Алда әйтеүемсә, республиканың көньяҡ-көнсығышында ваҡ йылғалар күпләп ҡорой, һөҙөмтәлә бағры ла бөтә бара. Халҡыбыҙға уйланырға урын бар.