Тормош ҡаҙанында ҡайнай Малай11.09.2015
Тормош ҡаҙанында ҡайнай Малай Өфөнән бигүк алыҫ түгел, 80 саҡрым самаһы ғына йыраҡлыҡта ятһа ла, Малай ауылын төпкөлдәр рәтенә индерергә булалыр. Ҡырмыҫҡалыны Ғафури, Ауырғазы, Архангел райондары менән бәйләгән, йәмле Ағиҙел, береһенән-береһе матур күлдәр буйында урынлашҡан төйәктә үҙеңде тормоштоң айырым утрауына килеп эләккән кеүек тояһың: бындай һиллек, ихласлыҡ, ябайлыҡ, өҫтәүенә “холҡон күрһәткән” бормалы-бормалы юлдар – барыһы ла төпкөл рухын бөркөп тора. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме билдәле замандашыбыҙҙы, төрлө тармаҡта танылған хеҙмәт кешеләрен үҫтергән кескәй ауылдың эске ҡеүәте әле лә ташып тора.

18 ауылды берләштергән үҙәк булған

Күренекле ғалим Әнүәр Әсфән­диә­ров­тың “Башҡортостан ауылдары тарихы” ти­гән китабында Малай Дыуан-табын ырыуына индерелгән. Белгестең фекеренсә, уға Күрпес-табын олоҫоноң аҫаба баш­ҡорто Малай Йәнбәхтин нигеҙ һалған. Был мәғлүмәт буйынса иҫәпләп ҡараһаң, ауылдың 330 йылдан ашыулыҡ тарихы бар.
Тормош ҡаҙанында ҡайнай МалайШул уҡ ваҡытта, өлкән быуын вәкилдәре әйтеп ҡалдырған фараздарға ярашлы, төйәккә Малай атамаһы бирелеүҙең башҡа варианты ла бар. Бындағы иман йорто “Мә­сет ҡабағы” тип йөрөтөлгән ерҙә урын­лашҡан булған. Унда Ағиҙел аръяғынан (Ғафури районынан) Малай исемле ифрат уҡымышлы ишан йыш килеп, ғибәҙәт ҡылған, халыҡты аң-белемгә өйрәткән. Ха­лыҡ дин әһелен бик ихтирам иткән, ба­ҡый­лыҡҡа күскәс, ауылға уның исемен биргән.
“Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленеше тарихы (1708 – 2001)” тигән йыйынтыҡта үткәндәргә бәйле мөһим документ бар. Унда әйтелеүенсә, Малай Дыуан-Табын олоҫоноң үҙәге булып торған. Биләмә хәҙерге Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарына ҡараған 18 ауылды берләштергән. Тимәк, төйәктең бай тарихы бар. Унда борон етеш донъя көткән, бихисап умарта тотҡан, өйөр-өйөр йылҡы аҫраған хәлле милләттәштәребеҙҙең йәшәгәне тура­һындағы мәғлүмәт тә – ауылдың электән килгән көс-ҡеүәтенә йәнә бер дәлил.
Илебеҙ ни күрһә, шуны иңендә татып йәшәй малайҙар. Совет осоронда унда “Байкал” исемле колхоз ойошторола, Бө­йөк Ватан һуғышына бихисап ир-ат оҙатыла, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тылдағы ауыр хеҙмәткә йәлеп ителә, әммә бирешмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ауылда берҙәм хужалыҡ юҡ, халыҡҡа эш урыны бирерлек ике генә учреждение – мәктәп менән клуб ҡына – ҡалған. Уларының да яҙмышын алдан билдәләү мөмкин түгел. Ғөмүмән, әле үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй малайҙар. Ауыл элекке ҡеүәтен һаҡлармы, әллә замандың ҡырыҫ елдәренә бирешерме – барыһы ла халҡының ҡулында.

Башҡортостанда йәшәп, “Башҡортостан”һыҙ ултырмаҫбыҙ!

Тормош ҡаҙанында ҡайнай МалайСәфәр башында шаһит булған тәүге күренеш күңелдә яҡты киләсәккә ныҡлы ышаныс тыуҙырып ҡуйҙы: ауылда иман йорто төҙөлгән! Был хаҡта гәзитебеҙҙең үткән һандарында бәйән иткәйнек инде. Шулай август аҙағында Малайҙың тарихына яңы бит өҫтәлде: әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, төйәккә йәм биреп ултырған күркәм “Фатиха” мәсете асылды, иртәгәһенә иһә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарылды.
– Мәҙәни саралар йыш үтеп тора, – ти клуб мөдире Зилә Ҡорманаева. – Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ, күрше ауылдар менән дә ныҡлы бәйләнеш тотабыҙ. Уларҙа ниндәйҙер мөһим сара көтөлә икән, уҙғарырға ярҙамлашабыҙ. Бер-беребеҙгә концерт менән йөрөүҙе лә күркәм йола итеп алдыҡ. Был йәһәттән айырыуса йәштәргә таянам. Уларҙың күбеһе ситтә белем алһа ла, тыуған төйәген онотмай, ял һайын тиерлек ҡайтып тора. Ғөмүмән, нисек кенә булмаһын, беҙҙең халыҡ рухлы ул. Күрше-тирәлә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре менән дә элек-электән дуҫ-татыу ғүмер итеү ҡаныбыҙға һеңгән. Ошондай күркәм һыҙаттарыбыҙҙы юғалтмаһаҡ, ауылыбыҙҙың тамыры, һис шикһеҙ, киләсәктә лә ныҡ булыр.
Зилә Ғәлинур ҡыҙы үҙе лә ошо ауылдан. Ситкә китеү уйымда ла булманы, ти ул. Тырыш, ныҡышмал мөдир мәҙәниәт усағын һүндермәй тоторға тырыша. Ә бының өсөн ниндәй көс кәрәклеген үҙе генә белә торғандыр, сөнки барлыҡ эш – етәкселек итеү, бинаның эсен-тышын таҙа тотоу, йылылыҡ системаһын көйләп тороу һәм башҡалар – уның иңендә. Бер һүҙ менән әйткәндә, клубта үҙе генә эшләй Зилә Ғәлинур ҡыҙы. Башҡа хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡартылыуға дусар булған. Күңелендәге аһ-зарын һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, мөдирҙең күҙҙәрендәге һағыш барыһын да “һата”. Хатта китапхана ла ябылған бит...
– Ауылда эш булмауы мәҙәни тормошта ҙур сағылыш таба, – ти клуб мөдире. – Хәҡиҡәттә шулай: хеҙмәт дәрте юҡ икән, күңелдең сите китек була. Әйтәйек, йыл да йәйгеһен беҙгә концерт менән артистар йыш килә. Элегерәк бындай саралар мәлендә клуб гөрләп торор ине. Хәҙер иһә тамаша залында буш урындар күренгеләй, уларға ҡарап ирекһеҙҙән уфтанып ҡуяһың. Эш юҡлыҡтан, кеҫә яғы ғына түгел, күңел дә ҡыҫынҡы була бара шул...
Клубтың эсендә ауыл тарихын, уның арҙаҡлы кешеләрен сағылдырған мәғлүмәттәр бар. Һәр кем килеп, теннис, бильярд уйнай ала. Шуныһы айырыуса ҡыуандырҙы: мәҙәниәт усағында “Башҡортостан” гәзитенең һәр һаны туплап барыла. Әллә күпме йыллыҡ архивты табырға мөмкин бында.
Тормош ҡаҙанында ҡайнай Малай– Башҡортостанда йәшәп, “Баш­ҡорт­остан”һыҙ ултырмаҫбыҙ инде, – ти Зилә Ҡор­манаева. – Милли матбуғат баҫ­ма­ла­рына яҙылмай ҡалған йылыбыҙ юҡ. Халыҡ та быға өйрәнгән, клубҡа фәҡәт гәзит-журнал уҡыу маҡсатында килгәндәр күп.
Мәҙәниәт усағының тышын да гөлгә кү­мергә тырыша уңған мөдир. Күңел һалып үҫ­тергән сағыу сәскәләре төпкөлгә йылма­йыу, өмөт-ышаныс таратып ултырғандай.
Мәктәп уҡыусылар көтә

Клубҡа яҡын ғына мәктәп урынлашҡан. Улай тип әйтеүе аҙ: заманса йыһаз­лан­ды­рылған мөһабәт мәғариф учреж­де­ние­һы тиеү дөрөҫ булыр. Ысынлап та, 2008 йыл­да ғына асылған белем усағы йыраҡ­тан уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Шау сәскәгә күмелгән биләмә бында уңған коллектив эшләүе хаҡында һөйләй.
Ауылдағы мәғрифәт тарихына килгәндә, совет осоронда тәүге башланғыс мәктәп 1926 йылда асыла. Белем биреү Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә лә туҡтатылмай. Был, әлбиттә, төйәк халҡының һәр заманда ла ғилемгә ынтылышы көслө булғаны хаҡында һөйләй.
Әле мәктәпкә ошо ауыл егете Ғайса Ғәйфуллин етәкселек итә. Кинйә ул булараҡ тыуған төйәгендә төпләнеп ҡалған ир-уҙаман Малайҙың яҙмышы өсөн янып йәшәй. Ҡатыны Миләүшә Радик ҡыҙы ла килен булып төшкән ерен йәндәй күрә.
Тормош ҡаҙанында ҡайнай Малай– Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында йәш кенә көйө ҡайным-ҡәйнәм янына килеп төпләнгәйнек, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Миләүшә. – Малай ауы­лы, уның илгәҙәк халҡы тәү күреүҙән үк оҡшаны. Мине шунда уҡ үҙ кешеләй ҡабул итеп, мәктәптең директоры вази­фаһына тәғәйенләнеләр. Ирем иһә ауыл хакимиәте башлығы булып байтаҡ эшләне.
Ғәйфуллиндарҙы “үҙ еренең патриоты” тип һис шикләнмәй әйтергә мөмкин. Улар өс бала үҫтерә, заманса йорт һалып сыҡҡандар. Йәш ғаилә бер нигә лә битараф түгел улар, ауылдың, унда йәшәгән һәр кемдең яҙмышы өсөн көйөнөп-һөйөнөп йәшәй. Заманында Миләүшә урындағы фольклор өлгөләрен йыйыу маҡсатында байтаҡ эш башҡарған. Өйҙән-өйгә йөрөп, өлкәндәрҙән боронғо йыр-бәйеттәрҙе, риүәйәттәрҙе туплағанын инәй-бабайҙар әле лә йылмайып, һағынып иҫкә ала. Фиҙакәрлеге менән Миләүшә Радик ҡыҙы байтаҡ ҡомартҡы йыйған, мәктәптә фольклор түңәрәге эшләй башлаған.
– Коллектив шул ҡәҙәр тырыш беҙҙә, – ти хәҙер директор урынбаҫары бурысын иңенә алған Миләүшә Ғәйфуллина. – Һәр саҡ гөрләп эшләнек, татыу булдыҡ. Заман­са яңы мәктәп асылғас, дәрт-дарман айырыуса артты. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ифрат ҙур проблемаға юлыҡтыҡ: балалар һаны кәмегәндән-кә­мей. Ошондай ике ҡатлы һоҡланғыс мәктәп һәм ҡырҡҡа яҡын ғына уҡыусы... Әлбиттә, бындай күренештең бер беҙҙә генә түгеллеген дә беләбеҙ, әммә ауылдың әлеге яҙмышы өсөн йән әрней. Балалар аҙ булғас, уҡытыусылар ҙа кәмене. Ә бит белем сифаты беҙҙә түбән түгел. Уҡыу­сы­ларыбыҙ төрлө конкурстарҙа, олим­пиа­даларҙа даими ҡатнашып, район, республика кимәлендә тәүге урындарҙы яулай, дәүләт аттестацияһының һөҙөмтәләре буйынса быйыл Ҡырмыҫҡалыла икенсе урын­ға сыҡтыҡ. Коллектив тырыша, һынатмай.
Мәктәп уҡыусылары “Башҡортостан ынйылары” конкурсында йыл да ҡатнаша икән. Педагогтар әйтеүенсә, киләсәктә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәй­геһендә лә көс һынаша башларға маҡсат ҡуйғандар.
– Ошондай сараларҙың йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү йәһәтенән ҙур әһәмиәтен билдәләмәү мөмкин түгел, – ти Миләүшә Радик ҡыҙы. – “Урал батыр” эпосын ятлаған баланың тыуған төйәген ташлап ситкә сығып китеүе икеле. Үҙ еренең хужаһы булырға тыры­шасаҡ ул. Ауылдың киләсәк яҙмышын күҙ уңында тотоп, балаларҙы ошондай рухта тәрбиәләү юлдарын даими эҙләйбеҙ. Ми­нең­сә, мәғариф өлкәһендә ошондай йү­нә­леш уҙған быуат аҙаҡтарында уҡ бул­ды­рылырға тейеш ине. Юғиһә ул осор балаларының күбеһе ҡырҙағы интер­наттарҙа йәшәп белем алды. Ә бәләкәйҙән ситкә аяҡ баҫҡан кеше кире ҡайтамы һуң? Илһөйәрлек тойғоһо көслө булғандар ғына тыуған еренә тартылалыр. Бөгөн иһә ауылдар тап шундайҙар арҡаһында ғына йәшәп килә. Ул-ҡыҙҙарының берҙәм хәстәренә мохтаж улар.

Өлкәндәр һүҙе – аҡылдың үҙе

Тормош ҡаҙанында ҡайнай МалайАуылдың өлкән йәштәгеләре ифрат ябай, киң күңелле, ихлас булыуы менән әсир итте. Һәр береһенең яҙмышы үҙенсәлекле, һоҡланғыс. Мәҫәлән, 1926 йылғы Хәтимә инәй Ҡоҙаҡаева – ошо ауыл ҡыҙы. Ун алты ғына йәшендә кейәүгә сығып, ете бала үҫтергән ул.
– Ирем – Бөйөк Ватан һуғышы яугире, – тип хәтер ебен һүтте инәй. – Яуҙан яраланып ҡайтһа ла, һис ҡасан зарланманы, һәр саҡ хеҙмәттә булды. Колхозда ябай эшсе, келәт мөдире, бригадир, рәйес вазифаларын намыҫлы башҡарҙы. Үҙем сөгөлдөрҙә эшләнем. Балаларыбыҙҙы белемле итеү ниәтендә ғүмер буйы арымай-талмай хеҙмәт иттек. Ғаиләбеҙ ишле булғас, ҙур йорт һалдыҡ, мал-тыуарҙы күпләп аҫраныҡ. Аллаға шөкөр, тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне. Балаларыбыҙҙың һәр береһе тормошта үҙ урынын тапты, матур ғаилә ҡорҙо, хәҙер инде үҙҙәре – олатай-өләсәй.
Йәш сағында Хәтимә инәйҙең ситкә китеү мөмкинлеге байтаҡ булған. Мәҫәлән, ҡайҙалыр торф сығарырға, Мәскәү яғына төҙөлөшкә ебәрергә тәҡдим иткәндәр. “Атайым менән инәйем үҙҙәренең янында ҡалыуҙы һораны, – ти ағинәй. – Эргәбеҙҙә йөрө, тинеләр. Үҙем дә бигүк ситкә тартылып торманым. Ул саҡта колхоз бай, ауыл гөрләп тора ине. Тыуған төйәгемдә ҡалғаныма һис тә үкенмәйем. Бәхетлемен. Изге тупрағымдан көс алып йәшәнем, балалар үҫтерҙем...”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәтимә инәйҙе ҡара ҡайғылар урап үтмәгән. Ете балаһының дүртәүһе юҡ бөгөн – баҡыйлыҡҡа күскән.
– Ҡәҙерлеләремде уйламаған көнөм юҡ инде, – ти инәй. – Ҡайсаҡ сырмаулы уйҙарҙың осона ла сығып булмай... Ни хәл итәһең, Аллаһ Тәғәләнең тәҡдире ин­де. Баҡыйлыҡҡа күскән йән киҫәк­тәремдең ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта бул­һын. Ҡалған балаларыма, ейән-ейән­сәрҙәремә, бүлә-бүләсәрҙәремә Раббыбыҙ оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныс, эштәрендә уңыштар насип итһен. Ошондай теләктәр менән ҡаршы алам һәр таңды. Аллаға шөкөр, балаларым хәстәрлектән өҙмәй, һәр саҡ килеп, хәлемде белеп торалар. Таяҡ менән йөрөһәм дә, әл-хәмдү лил-ләһ, үҙ аяғымдамын.
Милли матбуғат баҫмаларының бе­ре­һен дә ҡалдырмай уҡып бара торғайным. Былтыр мәрхүм булған улым: “Инәйем шәп әле ул!” – тип, эй ҡыуанған булыр ине, балағынам... Хәҙер һәйбәтләп күр­мә­йем, шулай ҙа дини баҫмаларҙан айырылғаным юҡ.
Хәтимә инәй ауыл тормошо менән дә ҡыҙыҡһынып тора. “Йома мәсетте асалар, ти. Барыһы ла әҙерме икән һуң? – тип бор­солоп алды ул. – Күмәкләп тотоноп, эш­ләп ҡуйһалар ярар ине. Ситтән кил­гән­дәр алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын”.
Бына ошондай хәстәрлек менән йәшәй башҡа өлкәндәр ҙә. Улар араһында ауыл мәктәбенең тәүге уҡытыусыларының береһе Мәүә Суфиярова ла бар. Ошо августа 93 йәшен тултырған инәй йәш күңелле, тынғыһыҙ булып ҡалауы менән хайран итте. Һөйләүенсә, 1939 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы китапхана техникумының икенсе курсын тамамлағас, тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр булған ул. Ҡыҙҙы Үтәгән ауылындағы ликбезға эшкә тәғәйенләгәндәр.
– Мин хәреф танырға өйрәткән ир-егет оҙаҡламай һуғышҡа китеп бөттө, – тип күҙ йәштәре менән хәтергә ала үткәндәрен ағинәй. – Малайға ҡайтып, башланғыс мәктәптә эш башланым. Тыл хеҙмәтенең бөтөн ауырлығы ҡатын-ҡыҙға, балаларға төштө. Айырыуса аслыҡ интектерҙе. Миңә, уҡытыусы булараҡ, паек бирәләр, унан башҡаларға өлөш сығарырға тырыша инем. Йән аҫрарлыҡ ҡына инде...
Аслыҡтан интеккән мәлдәрҙә ауылыбыҙ эргәһендә иген тейәлгән вагон ауҙы. Ашлыҡты йыйып алып, дәүләткә тапшырғас, халыҡтың ҡалған бөртөктәрҙе сүпләп ашағанын әле лә йыш хәтергә алып, күҙемә йәш төйөлә. Шул ҡәҙәр ауырлыҡҡа нисек түҙгәнбеҙҙер?
Мәүә инәй ире Зәкиулла Абдулла улы менән дүрт бала үҫтергән. Хәҙер ҡышҡыһын Мәләүездәге ҡыҙында йәшәй, йәйҙе Малайҙа үткәрә.
– Ҡала тормошон үҙ итә алмайым, – ти инәй. – Тышҡа сыҡһаң, үлән әҫәре юҡ, таш та балсыҡ. Күршеләргә лә йөрөп булмай. Һәр кем – йоҙаҡлы ишек артында, аралашҡандар һирәк. Шундай тормош буламы?! Малайыма ҡайтып, ергә баҫып йөрөүҙән ләззәт алам. Баҡсамда рәхәтләнеп ҡарағат, ҡурай еләге йыйҙым, күрше-күлән, ауылдаштар менән аралаштым. Ауылда бынамын итеп йәшәргә була. Аллаға шөкөр, хәҙер күңелең ни теләй, барыһы ла бар. Йәштәр матур тормоштоң ҡәҙерен белһен, эскегә һалышмаһын, тырышып эшләһен, донъя көтһөн ине. Был йәһәттән мәсет асылыуына ифрат ныҡ ҡыуанам. Иман бөткән ерҙә хәләл менән хәрәмде лә айырмай башлайҙар бит. Аллаһ йорто халыҡты тура юлға сығарыр тип ышанам. Мәсеткә айырыуса йәш быуынды йәлеп итергә кәрәк. Аҡ ҡағыҙҙай саф күңелгә аят-доғалар тиҙерәк йоға ул.
Мәүә инәй оҙон ғүмеренең серен хеҙмәттән айырылмауында, башҡаларға һәр саҡ яҡшылыҡ теләүендә, бәләкәйҙән дингә тартылып үҫеүендә күрә.
– Ауырлыҡты күп күрҙе, еңел тормошто ла татыһын тип оҙон ғүмер биргәндер Хоҙай, – ти ул, йылмайып.
Ул арала ағинәйҙең хәлен белергә күршеһе Йосоп бабай килеп инде.
Тормош ҡаҙанында ҡайнай Малай– Бына бит! – тип ҡыуанып китте Мәүә инәй. – Ауылда яңғыҙ ҡалдырмайҙар шул!
84 йәшлек Йосоп Ғәйфуллин – Малайҙың аҫаба башҡорто. Атай-олатайҙары элек-электән ошонда тамыр йәйеп йәшәгән. Йосоп бабай ҡатыны менән ете бала үҫтереп, һәр береһенә юғары белем биреүгә өлгәшкән. Ғүмер буйы колхоздың алдынғы ат ҡараусыһы булған.
– Бала сағым һуғыш йылдарына тура килде, – ти Йосоп бабай. – Яу башланғанда һигеҙ йәштә инем. Атайым фронтҡа повестка алғас, ат егеп, уны станцияға оҙата барҙым. Ленинград өлкәһендәге иң ҡаты һуғыштарҙың береһендә һәләк булып ҡалды ҡәҙерлем. Ишле ғаиләбеҙ шулай атайһыҙ ҡалды.
Колхозда иң ауыр эштәрҙе башҡарҙыҡ. Аттар фронтҡа оҙатылғас, барлыҡ хеҙмәт тиерлек һыйыр-үгеҙҙәр ярҙамында башҡарылды. Баҫыуға сығарһаң, улары тыңламай. Айырыуса эҫе көндәрҙә беҙҙе, балаларҙы, һанға ла һуҡмай торғайнылар. Ас та булғандарҙыр инде.
Йосоп бабайҙарҙың ғаиләһенән икәү – һеңлеһе Мәрүә менән ҡустыһы Мазһар – колхозда фиҙакәр хеҙмәте өсөн орденға ла­йыҡ булған. Уларҙың туғандары, ейән-ейәнсәрҙәре ошо юлға тоғро ҡалып, иле, милләте мәнфәғәтендә лайыҡлы тормош көтә.
– Һәйбәт заманда йәшәйбеҙ, – тип ҡабатланы Мәүә инәй менән Йосоп бабай. – Йәштәргә тырышлыҡ ҡына кәрәк. Өҫтәүенә хәҙер мәсет асылды. Бер ун йылдан ауылыбыҙ бөтөнләй үҙгәрер, бала-саға тауышына күмелер тип ышанабыҙ.
Ә тырышып донъя көткән йәш ғаиләләр байтаҡ ауылда. Мәҫәлән, Зөлфиә менән Ра­дик Ҡотлобаевтар биш бала үҫтерә. Ике йыл элек төҙөй башлаған йорттары ауылға ҡот-йәм өҫтәп ҡалҡып сыҡҡан. Хужалар тиҙҙән унда күсеп сығырға йыйына.
Ҡотлобаевтар – дини ғаилә. Өлкән балалары ла намаҙ уҡый, быйыл ураҙа тотҡандар. Әйткәндәй, улдары Биктимергә тотош ауыл халҡы ҙур ышаныс бағлай – уның яңы мәсеткә имам-хатип булыуын теләй. Ата-әсә риза.
– Улыбыҙға беҙҙе, ауылдаштарҙы ҡыуандырып, төбәгебеҙ именлеге хаҡына эшләргә яҙһын, – ти улар. – Уның менән ғорурланып йәшәргә насип ҡылһын.
Әйткәндәй, ауылдағы Сәҙинә инәй Сәлимгәрәева тап ошондай тойғо кисерә. Уның улы Салауат, мәғлүм булыуынса, тыуған йортоноң эргәһендә, элекке нигеҙҙә “Фатиха” мәсетен төҙөттө. Күп бала үҫтергән әсәнең шатлығының сиге юҡ.

* * *

Ғөмүмән, бай тарихлы Малай ауылы яңы замандағы малайлыҡ осорон кисерә кеүек. Шуҡ, мут, бер ҡатлы, ябай... Әлеге шарттарға яйлап өйрәнә, тәүге аҙымдарын атлай, уйлана, фекер төйнәй әле ул. Ә башҡараһы бурыстары ифрат күп! Малайҙың уларҙы теүәл атҡарасағына, киләсәктә һоҡланғыс уңыштары менән ҡыуандырасағына шик юҡ.


Вернуться назад