Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Ошоно иҫәпкә алып, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ журналистар менән осрашты.— Хәйҙәр Арыҫлан улы, быйыл 13 сентябргә тура килгән Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостандың барлыҡ биләмәләре лә ҡатнашасаҡмы? Кемдәрҙе һайлаясаҡбыҙ?
— Был көндө республиканың 53 районына ҡараған 775 ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, һайлау кампанияһы ике ҡасабала — Шишмәлә һәм Приютта — үтәсәк. Туймазы һәм Күмертау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау тәғәйенләнгән. Ҡалаларға килгәндә, был юлы Өфөнөң Калинин районы һәм Күмертау ҡалаһы халҡы ғына тауыш биреүҙә ҡатнаша. Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Сибай, Октябрьский, Ағиҙел, Салауат ҡалалары иһә быйылға сәйәси саранан ситтә ҡала.
Ҡыҫҡаһы, йәмғеһе 7310 депутат мандаты алмаштырыласаҡ. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәге биргән мәғлүмәткә ҡарағанда, уларға 15 329 кандидат дәғүә итә.
Быйыл һайлауҙарҙың барлыҡ биләмәләрҙә лә үткәрелмәүен иҫәпкә алып, кампанияла ҡатнашыусыларҙың исемлеген дә яртылаш тиерлек ҡыҫҡартырға тура килде — 1 миллион 316 мең һайлаусы. Дөйөм алғанда иһә республикала 2015 йылдың 1 июленә ҡарата 3 миллиондан ашыу тауыш биреүсе иҫәпләнә.
— Ғөмүмән, муниципаль һайлауға ғына ҡағылышлы үҙенсәлектәр бармы?
— Беренсенән, һайлау кампанияларының һанын ғына алып ҡарайыҡ. Муниципаль берәмектә вәкәләтле органдарға нисә һайлау үткәрелһә, кампаниялар шунса тип иҫәпләнә. Был осраҡта — 782 һайлау кампанияһы. Икенсе үҙенсәлек шулай уҡ тәүгеһенә бәйле: бөгөнгө сәйәси сарала меңләгән кандидат үҙ-үҙен күрһәтә һәм теркәлә ала. Үрҙә телгә алдым инде — 15 меңдән ашыу. Әйткәндәй, үҙ кандидатураһын тәҡдим иткәндәр реестрға теркәлгәнгә саҡлы һайлау комиссияһы улар тураһындағы бөтөн мәғлүмәтте ентекле тикшерергә бурыслы. Был иһә һайлауҙы ойоштороусыларҙың ғына түгел, беҙҙең уҙаҡташтарыбыҙҙың, тәү сиратта хоҡуҡ һаҡлау органдарының, “Росреестр”ҙың, һалым, миграция хеҙмәттәре вәкилдәренең дә эше.
— Һайлауҙар һәр ваҡыт партия, кандидаттар араһындағы көнәркәшлек менән оҙатыла килә. Был осраҡта “конкурентлыҡ” һиҙеләме?
— Урындағы һайлауҙарға 11 партияның 9 меңдән ашыу вәкиле теркәү үтте. Шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй” — 7 меңдән ашыу вәкилен, Коммунистар партияһы — 600-ҙән күберәк, ЛДПР — 400-гә яҡын, “Рәсәй патриоттары” — 300, “Ғәҙел Рәсәй” — 250-нән ашыу, “Яблоко” өс кандидатын тәҡдим иткән. Бынан тыш, урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙа тағы биш фирҡә беренсе тапҡыр ҡатнашасаҡ. Уларҙан барлығы 156 кандидат күрһәтелде. Әлбиттә, был партияларҙың барыһы ла “сәйәси марафон”ға тәүгә сыҡмай. Әйтәйек, өсәүһе — “Башҡортостандағы “Пенсионерҙарҙың ғәҙеллек өсөн партияһы” (73 кандидат), “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы” (12) һәм “Йәшелдәр һәм социаль-демократтар альянсы” (65) — 2013 йылда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙарҙа ҡатнашҡайны инде. Ҡалған икәүһе лә — “Рәсәй пенсионерҙары партияһы” (4) менән “Ватан һаҡсылары” (2) — халыҡтың ышанысын яулар тип ышанам.
Әйткәндәй, партияларҙың урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙа әүҙемлек күрһәтеүе тәүгә күҙәтелә. 2011 йылда, мәҫәлән, дүрт кенә партия үҙ кандидаттарын тәҡдим иткәйне.
Конкуренцияға килгәндә, бер урынға ике кеше дәғүә итә. Был — уртаса күрһәткес. Урындарҙа иһә башҡасараҡ булыуы ла ихтимал. Дөрөҫ, республиканың һигеҙ районына ҡараған 18 округта һайлауҙар альтернативаһыҙ иҫәпләнә. Муниципаль кимәлдә закон быны рөхсәт итә. Тик ундай шарттарҙа тауыш биреүселәрҙең кәмендә 50 проценты әлеге кандидат өсөн тауыш бирергә тейеш. Кире осраҡта ул исемлектән төшөп ҡала. Был, минеңсә, еңелдән түгел. Килешәһегеҙме?
Шул уҡ ваҡытта бер урынға алты кандидат дәғүә иткән округтар ҙа бар.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, һайлауҙарҙы тәүге йыл ойоштормайһығыҙ. Һайлау алды көсөргәнеше һиҙеләме, әллә сираттағы сәйәси сара тыныс шарттарҙа үтмәксеме?
— Һайлауҙар һәр ваҡыт яңы идеялар, программалар, кандидаттар, партиялар ярышы менән оҙатыла. Улар сағыуыраҡ булған һайын һайлау алды “кәйефе” лә шул тиклем көсөргәнешлерәк булыуы мөмкин. Шуға ла һәр муниципаль берәмектә һайлау алды “көрәше” төрлөсә төҫ ала — ҡайҙалыр сәйәси градус үтә юғары, ҡайҙалыр бик түбән. Дөйөм алғанда, Дәүләт Думаһына һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙар менән сағыштырғанда, кандидаттар, сәйәси партиялар һайлау алды кампанияһын ярайһы уҡ тыныс үткәрҙе. Урындарҙа, айырыуса бер-береһен яҡшы белгән ауыл биләмәләрендә, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.
— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Константин Толкачев белдереүенсә, был һайлауҙарҙа “Берҙәм Рәсәй” депутатлыҡҡа кандидаттарын финансламаған. Һеҙҙеңсә, был нимәгә бәйле? Башҡа партияларҙа ла ошондай хәл күҙәтеләме?
— Минеңсә, һүҙ ауыл биләмәһе советтарына депутаттар һайлау тураһында бара. Был осраҡта, ысынлап та, кандидаттар, ҡағиҙә булараҡ, үҙ һайлау кампанияһын финанслау өсөн фонд булдырмай. Был “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәренә генә түгел, башҡа кандидаттарға ла ҡағыла.
Һайлау кампанияһын финанслауҙан баш тартыу кандидаттарҙың һайлау алды агитацияһына мохтаж булмауы, йә уларҙың финанс сығымдарын күҙ уңында тотмаған агитация алымдарын ҡулланыуы (мәҫәлән, һайлаусылар менән осрашыуҙар) хаҡында ла һөйләй. Был шулай уҡ ниндәйҙер кимәлдә урындағы һайлауҙарҙа үҙ кандидатураһын ауылдаштары, райондаштары араһында билдәле булған кешеләр күрһәтеүенә лә бәйле.
— Бюллетендәрҙә “барыһына ла ҡаршы” графаһы булмаясаҡ. Был ҡайһы бер граждандарҙың хоҡуғын сикләү, уларға үҙ фекерен әйтергә мөмкинлек бирмәү түгелме? Ахыр сиктә улар кандидаттарҙың исемлеген бөтөнләй һыҙып та ташлай ала. Тимәк, бюллетень ғәмәлдә сыҡты тигән һүҙ...
— Ысынлап та, Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы кодексына ярашлы, тауыш биреү бюллетендәрендә “барыһына ла ҡаршы” графаһы ҡулланылмай. Сираттағы һайлауҙа бер нисә сәйәси партияның вәкиле ҡатнашыуын иҫәпкә алғанда, тауыш биреүселәргә фекерҙәш кандидаттарын “табыу” әллә ни ҙур ауырлыҡ тыуҙырмаҫ тип уйлайым. Мәҫәлән, Туймазы районы буйынса йәмғеһе һигеҙ партия үҙ вәкилен күрһәтте. Әбйәлил районында — ете, Өфө районында — алты һ.б. Бюллетендәрҙең ғәмәлдән сығыуына килгәндә, ошоғаса һайлаусылар сәйәси позицияларын бындай юл менән сағылдырманы һәм киләсәктә лә мәҙәниһеҙлеккә юл ҡуйылмаҫ тип ышанам. Халыҡ шуны аңлаһын ине: уларҙың тауышына ҡарап, дөйөм проблемаларҙы хәл итәсәк власть формалаша. Әйткәндәй, кандидаттар араһында лайыҡлылар күп, һәм улар һайлаусыларҙың “тауыш”ына мохтаж.
— Урындағы һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр ваҡытынан алда ҡатнашыу мөмкин булды. Ул нисек ойошторолдо?
— Алдан тауыш биреү урындағы үҙидара органдарына һайлауҙа ғына ҡулланыла. Унда ла ниндәйҙер мөһим сәбәп булырға тейеш — оҙайлы ял, командировка, хеҙмәткә йәки уҡыуға бәйле эшмәкәрлек һ.б. Ҡыҫҡаһы, алдан тауыш биреү өсөн һайлаусы, сәбәбен күрһәтеп, участка һайлау комиссияһына ғариза яҙырға тейеш. Бюллетень махсус конвертта һаҡлана һәм Берҙәм тауыш биреү көнөндә генә асыла. Алдан тауыш биреү кампанияһы 2 сентябрҙә үк башланғайны. Мәғлүмәт үҙәге хәбәр итеүенсә, әлеге көнгәсә 51 районда, шул иҫәптән Өфөнөң Калинин районында, барлығы 11 730 кеше тауыш биреп өлгөргән.
— Ә студенттар нисек тауыш бирәсәк — йәшәгән урындарындамы, әллә уҡыған ерҙәрендәме? Быны берәйһе күҙәтеүгә аласаҡмы?
— Берәү ҙә күҙәтмәйәсәк, һайлау — ул ирекле ғәмәл. Берәү ҙә тауыш биреүсегә йоғонто яһарға, уны көсләп һайлауға алып барырға тейеш түгел. Был осраҡта дөйөм ҡағиҙәләр ғәмәлдә ҡала: һайлаусы, ҡайҙа теркәлгән булһа, шунда тауыш бирә. Ауылда, ата-әсәһе янында теркәлгән студенттарға килгәндә, минең бер генә кәңәшем бар — ял көндәрендә яҡындарын ҡайтып күрһендәр, уңыш йыйыуҙа ярҙам итһендәр һәм бер юлы һайлауҙа ла ҡатнашып килерҙәр. Хәйер, был осраҡта Берҙәм тауыш биреү көнөн көтөп тормаһалар ҙа була. Алдан тауыш биреү мөмкинлеге ошо маҡсатта булдырылды ла инде.
— Матбуғатта Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре һайлаусылары Интернет аша тауыш бирә аласаҡ тигән мәғлүмәт таралды. Был яңылыҡ беҙгә ҡағылмаймы?
— Ысынлап та, ил Президенты Владимир Путин Бөтә Рәсәй йәштәр лагеры ағзалары менән аралашҡанда 2018 йылда үтәсәк президент һайлауында Рәсәй халҡы компьютер ярҙамында ғына тауыш бирә алыр тигән ышаныс белдерҙе. Һәм был, уның фекеренсә, насар түгел. Ләкин, ил етәксеһе билдәләүенсә, мөһим мәсьәлә хәүефһеҙлек системаһын камиллаштырыуҙы талап итә. Был хаҡта белгестәр менән кәңәшләшергә, Үҙәк һайлау комиссияһының, Дәүләт Думаһы депутаттарының фекере менән уртаҡлашырға кәрәк.
— Быйылғы һайлауҙа тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр күпме? 13 сентябрҙә 18 йәшен билдәләүселәр ҙә барҙыр әле?
— Берҙәм тауыш биреү көнөндә уларҙың нисәүһе һайлауға килерен әйтеүе ҡыйын, әммә исемлек буйынса 19 меңдән ашыу йәш һайлаусы иҫәпләнә. Ҡағиҙә булараҡ, тәүгә тауыш биреүселәрҙе был көндө иҫтәлекле бүләктәр ҙә көтә. 13-өндә 18-ен тултырған егет-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ — 47 кеше. Иҫтәлекле ғүмер байрамдарын әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән дә нығытып ҡуйырҙар тип ышанам. Уларҙы ла һайлау комиссияһы ағзалары иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ.
— Тауыш биреүселәрҙең һайлауға ҡағылышлы һорауҙары тыуһа, улар ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?
— Кампанияны ойоштороу менән территориаль һайлау комиссиялары шөғөлләнә. Уларҙың адрестары, телефондары Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында бар. Бынан тыш, территориаль комиссиялар тураһындағы тулы мәғлүмәтте теге йәки был муниципаль райондың сайтында ла табырға мөмкин. Әйткәндәй, 7—13 сентябрҙә, һайлау үткәрелгән осорҙа, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү һәм тауыш биреүселәргә мәғлүмәт еткереү маҡсатында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы “ҡыҙыу элемтә” үткәрә. Һорауҙарға Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.