Аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнә11.09.2015
Быйыл ғинуар-августа Башҡортостанда инфляция 8,7 процент тәшкил иткән, 2014 йылдың авгусында иһә был күрһәткес 5,5 процент булған.

Аҙыҡ-түлек былтырғыға ҡара­ған­да 16,5 процентҡа ҡиммәтләнгән. Шу­лай ҙа июлдәге менән са­ғыш­тырғанда, әле ризыҡтарҙың хаҡы бер аҙ төшкән. Мә­ҫә­лән, августа картуф — 26,6, баш­лы һу­ған, кишер һәм сөгөлдөр — 19,7 — 36,4, ҡыяр — 19,9, помидор 26,7 процентҡа арзанайған.
Алманың, груша, банан һәм ви­но­град­тың хаҡы 2,7 — 18 процентҡа тү­бә­нәйгән, ә лимон менән әф­ли­сундыҡы 5 — 11,6 про­центҡа күтәрелгән.
Бынан тыш, шәкәр (11,1 про­цент­ҡа), емеш-еләк һуты, минераль һыу, көн­ба­ғыш майы, ярманың ҡайһы берҙәре, шоколад (1,8 — 3,3 про­центҡа) ҡим­мәтләнгән.
Уҡыу йылы башланыу менән мәк­тәп кәрәк-яраҡтарына, канцелярия тауар­ҙарына хаҡ 2,1 — 2,3 про­центҡа үҫкән.
Туризм өлкәһендә хаҡ артыуын дауам итә. Мәҫәлән, Төркиәлә ял итеү 3,6, Евро­паға экскурсия 4—11,6 про­центҡа ҡиммәтләнгән. Баш­ҡортос­тан­дағы ял йорт­тарына путевкалар хаҡы 2,8 про­центҡа артҡан.


Вернуться назад