Мәктәпкәсә төркөмдәр асыла11.09.2015
Республикабыҙҙағы ауыл мәктәптәре ҡарамағында тиҙҙән уҡырға барасаҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла. Ошо көндәрҙә Благовещен районындағы Төрөшлө ауылында шул маҡсатта йыһазландырылған бина файҙаланыуға тапшырылды.

20 урынға иҫәпләнгән төркөм Ильина-Поляна ауы­лын­дағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы нигеҙендә эшләйәсәк. Әле унда 17 бала йөрөргә әҙер. Район бюджетынан бүленгән аҡсаға бүлмәләр төҙөкләндерелгән, йыһаз һатып алынған, уйын майҙансыҡтары ойошторолған.




Вернуться назад