Кеше яҙмышы ил яҙмышына бәйле24.02.2012
Аталы бала арҡалы, ти халыҡ. Асылы тәрән был һүҙҙәрҙең. Етмештә булһам да, атайлы булып үҫмәүемә үкенес тойғоһо һүрелмәй. Эрнст Юлбарисовтың “Һуғыш балалары” иғтибарға һыуһаған” мәҡәләһен уҡып (2012 йыл, 26 ғинуар, № 15), әсенеп, уйланып йөрөнөм дә ҡулыма ҡәләм алдым.
Кеше яҙмышы ил яҙмышына бәйле. Мин дә — “һуғыш балалары”ның береһе, 1943 йылда тыуғанмын. Атайым Нәғим Ғәҙелша улы Әминев Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлау менән дәһшәтле яуға китә, “катюша”лар расчетының командиры итеп тәғәйенләнә, ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша һәм Венгрияла 24 йәшендә генә ут эсендә һәләк була. Ул — мине, мин уны күреп тә ҡалманыҡ.
Ярай әле, Эрнст ағай балалар йортона эләккән. Минең бала саҡ икенсерәк үтте: олатай түшәктә ята ине (кәбән башынан төшкәндә умыртҡа һөйәген имгәткән), өләсәй ҙә ҡартайғайны. Шулай, өсәүләп, бер-беребеҙҙе ҡараштыҡ. Сана менән утын ташып өй йылытыу минең өҫтәге бурыс ине. Ауылыбыҙҙа мәктәп юҡлыҡтан, ун километр йөрөп уҡырға тура килде. Ҡайтҡас, өләсәй менән сана һөйрәп, һаламға йә утынға китәбеҙ. Әсәй йәш ине, һуғыштан яраланып ҡайтҡан яугиргә кейәүгә сығып, беҙҙән ситтә йәшәне, биш бала үҫтерҙеләр.
Ул ваҡытта пенсия бирмәгәндәрҙер, моғайын — олатай ҙа, өләсәй ҙә аҡса алманы. Ә һәләк булған атайҙың миңә тәғәйенләнгән офицер пенсияһын әллә нисә йыл буйы почта начальнигы бирмәй үҙе тотонған. Мәктәптән һуң колхозда ҡалдым, заводта ла эшләп алдым. Армия хеҙмәтенән һуң, ситтән тороп уҡып, институтты 32 йәшемдә генә тамамланым.
Елеккә үткән һыуыҡ, ас-яланғас йәшәү артта ҡалды. Күптән ағинәй һәм олатайҙарбыҙ. Шөкөр, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ беҙ күргәнде кисермәй. Юғары үрҙәргә күтәрелә алмаһаҡ та, кәм-хур түгелбеҙ, һәүетемсә йәшәп ятабыҙ, көстән килгәнсә эшләйбеҙ. Ләкин күңелде ҡырған һәм ризаһыҙлыҡ тойғоһо уятҡан нәмәләр ҙә бар. Беҙгә — “һуғыш балалары”на — айырым иғтибар бүлегеҙ, шундай-шундай льготалар булдырығыҙ, тип үтенеү килешмәй. Юғары вазифа биләгән түрәләр: “Беҙ халыҡ мәнфәғәтен яҡлайбыҙ”, — тип ышандыра, әлбиттә. Улар араһында үҙ һүҙен әйтә алған, бәхәскә инеп дәрәжәһен юғалтыуҙан ҡурҡмаған депутаттар ҙа барҙыр, беҙҙең тауышты ишетһендәр ине.
Арабыҙҙа кеше ярҙамына таянғандар ҙа етерлек, бирешмәй йәшәгәндәре лә байтаҡ. Ләкин “һуғыш балалары”ның барыһының да үткәне, булмышы фәһемле һәм иғтибарға лайыҡ. Байтаҡ ауырлыҡ күрелгән, күпмелер йәшәйһе ҡалған. Ғүмер ахырына етеп барғанда Хөкүмәтебеҙҙең иғтибарын тойоп, игелеген күреп көн итергә ине.
Нимәгә мохтаж һуң һуғыш осоро балалары? Етәкселәребеҙ нимә эшләй ала? Иң беренсе түләүһеҙ ер биреүҙе хуплар инем. Олоғайғас, һаулыҡ ҡаҡшай, ер тарта, саф һауала йәшел үләнгә баҫып йөрөгө килә. Ошо еребеҙ өсөн һуғышып, атайҙарыбыҙ яу яланынан ҡайта алмаған бит. “Һуғыш балалары”на йылына бер тапҡыр сираттан тыш түләүһеҙ диспансер тикшеренеүе үткәреүҙә һәм социаль интернаттарға ҡабул итеүҙә өҫтөнлөк биреү ҙә урынлы булыр ине.
Эрнст ағайға һәм ошо мәсьәләне күтәреп сығыусыларға ҡушылып, шуны еткермәксемен: республикабыҙ етәкселәре, бәлки, “һуғыш балалары”на ҡарата социаль яҡлауҙы көсәйткән саралар күрер. Хөкүмәтебеҙҙең уларҙың хәлен еңеләйтергә көсөнән килеренә һәм теләге барлығына ышанғы килә.
Ғаяз ӘМИНЕВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад