Ҡаһармандар иҫтәлегенә11.09.2015
Төбәктә 82 мемориаль таҡтаташ асыу күҙаллана.

Республикабыҙҙан Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған батырҙар иҫтәлеген мәңгеләштергән мемориалды асыу тантанаһы бер көндө 32 районда һәм ҡалала уҙғарыла. Акцияла геройҙарҙың туғандары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре ҡатнаша.
Август айында Рәсәйҙең хәрби-тарихи йәмғиәте тарафынан 82 мемориаль таҡтаташ әҙерләнде. Уларҙың барыһы ла район, ҡалаларға тапшырылды. Мәҫәлән, Бишбүләк ра­йонында тантаналар Советтар Союзы Геройҙары Хәмит Ғәҙелшин, Кирилл Андреев һәм Константин Степанов уҡыған Айыт, Баҙлыҡ, Ҡушйылға урта мәктәптәрендә ойошторола.




Вернуться назад