Күнекмәләр тәжрибәне арттыра11.09.2015
Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһе, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы урынбаҫары генерал-лейтенант Василий Тонкошкуров менән осрашты.

Улар Башҡортостанда “Үҙәк-2015” стратегик уҡыуҙарын үткәреү барышын тикшерҙе. Был сара Үҙәк хәрби округында 7 сентябрҙә башланғайны.
— Өсөнсө тәүлек инде күнекмәләр бара. Һәм­мә­һенә лә бурыстар ҡуйылды. Эш планға ярашлы ойош­торолған. Уның бөтөн этаптарын үҙем контрол­дә тотам, — тине Рөстәм Хәмитов. — Кү­ләмле уҡыуҙар — һәр йәһәттән тәжрибә туплау өсөн бик ҡулай сара. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ.
Василий Тонкошкуров Генераль штаб начальнигы исеменән республика Башлығына уҡыуҙарға шәхсән етәкселек иткән өсөн рәхмәт әйтте. Рөстәм Хәмитов сараға йәлеп ителгән кешеләргә айырым иғтибар бирергә кәрәклеген билдәләне.




Вернуться назад