Рәсмилектән — халыҡсанлыҡҡа11.09.2015
2015 йыл Башҡортостан өсөн иҫтәлекле: 11 октябрҙә республикабыҙҙың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенә 25 йыл тула. Әҙерлек күптән башланған. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа байрам рәсмилектән халыҡсанлыҡҡа күсә бара.
— Беҙ һәр кеше үҙен ошо сағыу сараның сәбәпсеһе итеп тойһон тип тырышабыҙ. Республика көнөндә Башҡортостан берҙәм байрам майҙансығын хәтерләтергә тейеш. Был көндө төрлө саралар үткәреү планлаштырыла. Байрам һәр кемдең зауығына тап килер тип ышанам, — тине Константин Борисович байрамды ойоштороу комитеты ултырышында.
Был көндө төп тантаналар Өфөлә уҙғарылһа ла, мөһим саранан республикабыҙҙың район-ҡалалары ла ситтә ҡалмаясаҡ. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың һүҙҙәренә ҡарағанда, байрам һәр төбәктә үткәреләсәк — ижади фестивалдәр, тематик флешмобтар һ.б. буласаҡ. Республика музейҙарында Асыҡ ишектәр көнө ойошторола. Был көндө теләге булған һәр кем экспозициялар менән бушлай таныша ала. Китапханаларҙа иһә шиғри кисәләр, осрашыуҙар үткәреү күҙаллана. Октябрь айында уҙасаҡ “Шәжәрә”, Аксаков көндәре, “Башҡорт аты” байрамдары ла иҫтәлекле датаға арнала.