Константин Толкачевтың абруйы юғары11.09.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй төбәктәрендәге закон сығарыу органдары башлыҡтарының быйыл августа “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы төҙөгән медиарейтингта ун беренсе баҫҡысты биләне.
Республика парламенты рәйесе 28 позицияға күтәрелгән. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, киң мәғлүмәт саралары Константин Толкачев ҡатнашлығындағы 153 ваҡиға хаҡында хәбәр иткән, уның медиаиндексы 393,03 булған. Август айында төбәктәрҙең закон сығарыу органдары башлыҡтары араһында Татарстандың Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин менән Севастополдән Алексей Чалый алдынғылыҡты яулаған.
Рейтинг 26 500 самаһы сығанаҡ, шул иҫәптән телевидение, радио, гәзит-журналдар, агентлыҡтар, интернет сайттары мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгән.