Көҙгө сессия башлана11.09.2015
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың егерме икенсе ултырышы 17 сентябрҙә үтәсәк. Көн тәртибендә барлығы 30-ҙан ашыу мәсьәләне ҡарау күҙаллана. Уларҙың 23-ө – республиканың закон проекттары. Тулыһынса ҡабул итеү өсөн 11 закон проекты тәҡдим ителде.
Пленар ултырышты Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы биргән мәғлүмәттән башлау планлаштырыла.
Көн тәртибендәге алты мәсьәлә Башҡортостандың айырым суд участкаларына мировой судья вазифаһына кандидатуралар күрһәтеү менән бәйле. Ултырышта шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының Дәүләт Думаһына тәҡдим иткән закон проекттары ла ҡараласаҡ. Был башланғыстар торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү мәсьәләһенә һәм китапханалар эшмәкәрлегенә ҡағыла.