(Г. Хәсәнова, “Миҙал ике яҡлы”, 2015 йыл, 7 август)
Хаҡлы ялдағы әбей-бабайҙарҙың урам буйында һатыу итеүҙәре, бының өсөн шарттар бармы-юҡмы икәнлеге тураһында бәйән иткән яҙмаға Өфө ҡалаһы хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе көйләү идаралығынан яуап хаты алдыҡ.
Алда күтәрелгән мәсьәләнең көнүҙәклеге хакимиәт тарафынан инҡар ителмәй. “Баҡсала үҫтереп алынған йәшелсә-емеш менән сауҙа итеү өсөн һәр район етәкселеге махсус урындар билдәләгән, – тиелә яҙмала. – Өфөлә ҡыйыҡлы өҫтәлдәр менән йыһазландырылған туғыҙ майҙан бар, уларҙа 275 сауҙа урыны булдырылған. Һатып алыусылар был майҙансыҡтарҙы баш ҡаланың Мусоргский, Азатлыҡ, Мөбәрәков, Красин, Әхмәтов, Зорге, Революцион, Комсомол, Менделеев урамдарында таба ала.
Шулай уҡ баҙар рәүешендә эшләгән сауҙа комплекстарында аҙыҡ-түлек һатыу өсөн 1000-дән ашыу урын бүленгән, әммә уның 62 проценты ғына баҡсасылар, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр тарафынан ҡулланыла, ҡалғаны буш тора. Һатыу майҙансыҡтары тураһында мәғлүмәт аҙна һайын баш ҡала хакимиәтенең сайтында бирелеп бара.
Бынан тыш, 2015 йылдың июненән ваҡытлыса фермер йәрминкәләре ойошторола ине. 5 сентябрҙән ауыл хужалығы йәрминкәләре лә эш башланы”.
Г. МОСТАЕВА әҙерләне.