Таныш булығыҙ – “Дикша”11.09.2015
Таныш булығыҙ – “Дикша” Быйыл йәй Башҡортостандың сауҙа кәштәләрендә “Дикша” тигән яңы сәйҙәр күренә башланы. Юлбарыҫ һәм ҡош һүрәте төшөрөлгән ҡаптарға халыҡ тәүҙә шикләнеңкерәп ҡарай ине, күпмелер ваҡыттан фәҡәт ошо тауарҙы һораусылар артыуы күҙәтелде. Сәйҙе кем етештергәнен белгәс, ғәжәпләнмәй булдыра алманыҡ: йәш кенә башҡорт егете Вадим Хәсәнов икән ул. Оҙаҡ уйлап тормай, эшҡыуарҙы әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

– Вадим, һин, йәш кеше булараҡ, бизнестың ни икәнен бала саҡтан беләһеңдер. Күптән ниәт иттеңме эшҡыуарлыҡҡа тотонорға?
– Бер нәмәне лә электән күҙалламағайным, барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Йәшәйештә төрлө хәлдәргә осрайһың, шуларға ҡарап, аҙымдарҙы йышайтырға йәки яйлатырға, һулға йә уңға, хатта кирегә боролорға ла мәжбүрһең. Иң мөһиме – юғалып ҡалмаҫҡа, һын­маҫҡа. Йәшлек дәрте менән башлаған юлым өсөн әле һис тә үкенмәйем, ул хәйерле генә булһын тип теләйем.
Ябай ғына ауыл малайы мин. Әбйәлил районында тыуғанмын, Күсем руднигында үҫтем. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға ингәйнем, оло тормошҡа юлым шунан башланды, тиһәң дә була.
– Белеүемсә, һин Башҡорт дәүләт универси­тетының химия факультетында белем алғанһың. Һөнәрең буйынса эш тапманыңмы ни?
– Юҡсы, химиктарҙы күп урында көтөп кенә торалар. Диплом алғас, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына эшкә индем дә, унда бер аҙ тәжрибә туплағас, Мәскәүгә сығып киттем. Торба үткәргестәр һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы объекттары төҙөү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында байтаҡ ҡына шөғөл­ләнергә насип булды. “Транснефть”, “Газпром”, “Роснефть” һымаҡ ҙур компанияларҙы хеҙмәтләндерҙек. Тик 2008 йылғы финанс көрсөгө киҫкен боролош яһарға мәжбүр итте: сәнәғәт гиганттарының аҡсаны һаҡсыл тотоноу маҡсатында фәнни эшләнмәләргә сығымдарын кәметеүе арҡаһында беҙҙең кеүек белгестәргә ихтыяж аҙайҙы, шуға Өфөгә ҡайттым да шәхси кәсеп астым.
– Нимәнән башланың инде?
– Булған аҡсамды бығаса эшләп килгән бер фирманы һатып алыуға тотондом да яңы йүнәлеш хаҡында уйланырға керештем. Дуҫтар, партнерҙар менән кәңәшләшкәндән һуң, аҙыҡ-түлек етештереүҙән дә яҡшырағы юҡ­тыр тигән фекергә килдек. Халыҡ “көр­сөк”, “эшһеҙлек” тип зарланһа ла, ашауға бит гелән аҡса табыла. Кемдәндер осһоҙ тауар алып, ҡиммәтәйтеп һатыу минең өсөн ҡы­ҙыҡлы тойолманы, нимәне булһа ла үҙем эш­ләп сығарһам ине тип хыялландым. Өҫтә­үенә алыпһатарҙар һәр саҡ етеш­тереүсенең шарттарына, хаҡтарына күнергә мәжбүр, ә минең теләк – мөмкин тиклем бойон­дороҡһоҙ булыу.
Шулай итеп, аш тәмләткестәр – лавр япра­ғы, сүпрә, тауыҡ ите йә былау бешереү өсөн ҡатнашмалар – яһап һата башланыҡ. Көнәркәшлек көслө булһа ла, кәсеп насар бар­маны былай. Иң мөһиме – тәжрибәм арт­ты. Ике йыл эшләгәс, баҙарҙың был өлкә­һен ҡалдырҙым да яңы бизнес ҡорорға ҡа­рар ит­тем. Рәсәйҙәге, сит илдәрҙәге барлыҡ парт­нерҙар, таныштар менән һөйләшеп сыҡҡас, сәй етештереү проектында туҡталдым.
– Ә ни өсөн сәй?
– Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәйҙәге сәй­ҙең яртыһын Башҡортостан менән Та­тарс­тан халҡы һатып ала. Башҡорт менән та­тарҙың сәйхурлығы тураһында көләмәстәр ҙә байтаҡ бит. “Самауырҙы йыҡҡансы” әңгә­мәләшеп ултырыу, күстәнәскә берәй әсмүхә һалып ебәреү – йолабыҙ шундай. Тик ябай кешеләргә тауарҙың һәйбәте эләкмәй тиерлек: юғары сифатлы сәй ныҡ ҡиммәт тора, яҡын барырлыҡ түгел, шуға аҙыҡ-түлек ба­ҙарында йыш ҡына, арзан тип, наса­рырағын – ҡалдыҡ-боҫтоҡтан эшләнгәнен – тәҡдим итәләр.
Бар мәсьәләләрҙе өйрәнгәс, халыҡҡа уңайлы хаҡҡа ысын сәй һатыу мөмкинлеген эҙләй башланым. Әллә нисәмә тапҡыр Мәс­кәүгә барырға, был тармаҡта ҙур тәжрибә туплаған эшҡыуарҙар менән осрашырға кәрәк булды. Уларҙың бөтәһе лә ныҡ бай, сөнки тауарын үҙ хаҡынан күпкә юғарыраҡ баһалайҙар. Мин тәҡдим иткән продукцияны тәмләп ҡарағас, барыһы ла: “Шундай яҡшы сәйҙе ниңә осһоҙға һатырға уйлайһың?” – тип аптыраны. Ысынлап та, “Дикша”ның ҡапҡа төрөлгән 100 грамы яҡынса 80 һум торһа, шундай уҡ сифатлы башҡа сәйҙәр дүрт тапҡырға ҡиммәтерәк. Маркаларын әйтмәйем, әммә ябай ҡулланыусы өсөн иң һәйбәте тип һаналғандары ла беҙҙеке менән тиңләшә алмай.
– Ниндәйерәк төрҙәре бар “Дик­ша”ның?
– Әлегә республика халҡын 100 һәм 200 грамлыҡ “Голден Тайгер”, “Сильвер Берд” тиг­әндәре менән таныштырып өлгөрҙөк. Улар­ҙың икеһе лә эре япраҡлылар кате­горияһына ҡарай, әммә насар сәй һымаҡ бешергәндән һуң сәйнүкте тултырып бүрт­мәй. Сығышлылар, тәүгеһе айырыуса ҡаты, икенсеһе хуш еҫлерәк. Ошо арала Һин­дос­тандан гранулалы менән эре япраҡлының ҡатнашмаһы булған “Бронз Элефант” килеп етәсәк. Был төргә лә ҙур өмөт бағлайбыҙ. “Голден Тайгер”ҙың, әйткәндәй, 25 һәм 100 пакетлы ҡаптары ла бар, унда ла фабрика ҡалдыҡтары түгел, ә ысын сәй һалынған. Сифаты тәмләп ҡарағас та беленер.
Тауарҙың ҙур өлөшө күмәртәләп һатыу базаларына оҙатыла, туранан-тура алыусылар ҙа бар. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Шишмә, Благовар, Әлшәй, Ҡыр­мыҫҡалы, Бөрйән эшҡыуарҙары менән бәй­ләнеш яйға һалынды инде, был төбәктәрҙә йәшәүселәр сәйебеҙҙе яратҡандыр тип ыша­набыҙ. “Дикша”ны хәҙер тотош Баш­ҡорт­ос­танда танырҙар, тейешенсә баһа бирерҙәр.
Ә санкциялар, валютаға бәйле ваҡиғалар ҡамасауламаймы?
– Сит ил менән эшләгәс, долларлап иҫәпләшергә тура килә, әммә яҡын арала сәйҙе ҡиммәтләндерергә йыйынмайбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр тауарын үткәреү өсөн йә сифатты төшөрә, йә хаҡты арттыра инде, ә беҙҙең төп маҡсат – ябай кешенең өҫтәленә барып етерлек яҡшы сәй тәҡдим итеү.
Һиндостан менән аралашсыларһыҙ эш­ләйбеҙ, продукциябыҙ был илдән сыҡҡанда ла, Рәсәйгә ингәндә лә ныҡлы тикшерелә.
– Ә “Дикша” нимәне аңлата?
– Ҡатын-ҡыҙ исеме ул. Һинд сәйе булғас, тауар маркаһын шул милләткә бәйле иттек.
– Тағы берәй йүнәлешкә тотонорға уйламайһығыҙмы?
– Бәлки, киләсәктә яңы бренд менән Башҡортостан өсөн хас булған ауыл ху­жалығы продукцияһы етештерә башларбыҙ. Заман шуны талап итә һымаҡ.

Р. МӨХӘМӘТШИН әңгәмәләште.


Вернуться назад