Атайым Әнүәр Вәлиевтең заманында күп баҫмаларға яҙылғанын хәтерләйем. “Совет Башҡортостаны” (хәҙер – “Башҡортостан”) гәзитен йыл да алдырып уҡый торғайны. Әле ғәзиземдең шөғөлөн мин дауам итәм.Беҙҙең йортта кейем-һалым шкафының бер мөйөшөндә атайымдың ағаһы Нурислам Танаев тураһында “Совет Башҡортостаны”нда баҫылған ҡыҙыҡлы мәҡәлә һаҡлана. Ҡәҙерлем баҫманан яҡын кешеһе хаҡындағы яҙманы ҡырҡып алған һәм ситенә былай тип сыймаҡлаған: “Мәүсуфа апайымдың улы Нурислам ағай. Ташламағыҙ, йыртмағыҙ”.
VIII класта уҡығанда булған бер ваҡиға хәтергә уйылып ҡалған. “Ҡара әле, ҡыҙым, был — минең ағайымдың фотоһы, аҫтына Нурислам Танаев тиелгән. Бик ҡыҙғаныс, һуғышта үлеп ҡалған ул. Уның тураһында һүрәтләмә яҙып ташҡа баҫтырыусыға рәхмәт инде. Уны эҙәрмән журналист Сәлимйән Бәҙретдинов бойомға ашырған”, – тип ғорурланып та, шул уҡ ваҡытта туғанының яуҙан әйләнеп ҡайта алмағанына ҡайғырып та әйтә торғайны, гәзитте ҡулына алып. Хәҙер атайым да, әсәйем дә, хатта уның ҡыҙҙары ла вафат булды. Ә инде Мәүсуфа инәйемдең ейәнсәре Розалия апай был хаҡта белһә, әлбиттә, һөйөнөр ине.
Ошо мәҡәләнең донъя күреүенә 30 йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы – 1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы уңайынан яҙылған булған ул. Мин мәҡәлә авторы Сәлимйән ағайға сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.
Атайым “Урал” колхозында тәүҙә бригадир, агроном, унан ауыл Советы рәйесе кеүек яуаплы вазифаларҙы башҡарҙы, һәр ваҡыт түш кеҫәһендә гәзит йөрөттө.
Зөһрә ВӘЛИЕВА.
Баймаҡ районы.
Хәл итәйек бергәләпКиләһе йылдың тәүге яртыһына “Башҡортостан”ға яҙылдым да, квитанцияһының күсермәһенә хат ҡушып, редакцияға бер кәлимә сәләм дә юллайым.
Гәзитте беҙ 1920 йылдан бирле алдырабыҙ: һуғышта һәләк булған атайыбыҙ яҙылған, мин уны өҙлөкһөҙ дауам итәм. “Башҡортостан” хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде еткерәм.
Тик шуныһы борсой: быйыл матбуғат баҫмаларын 3-4 көнгә һуңлап килтерәләр. Рәми әйткәнсә, “Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, дөрөҫ һүҙең инде һуңлаһа?!” Ошо күренеште ыңғай хәл иткәндә, беҙгә, ауыл кешеләре өсөн, үтә яҡшы булыр ине.
Булат АҠМАНОВ.
Ейәнсура районы,
Иҙелбәк ауылы.