Бисмилләһ!11.09.2015
Өләсәйем өйрәткәнсә,
Бисмилләһләп бағам көнгә.
Бисмилләһле көнөм минең
Шатлыҡтар ала иңгә.
Ауыр уйҙар упҡынға
Мине һөйрәгән саҡта
Хоҙай миңә ҡулын һуҙа –
Ул тора минең һаҡта.
Ауыр сирҙән донъянан
Инде киттем тигәндә,
Хоҙай миңә ҡулын һуҙа,
Эшең бар, ти, түбәндә.
Ғәҙеллектең барлығына
Өмөтөмдө юйғанда,
Хоҙай миңә ҡулын һуҙа,
Минең уйҙы тойғандай.