Файҙаһы баһалап бөткөһөҙ11.09.2015
Мосолман халҡы өсөн иң ҙур байрамдар – Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре. Улар билдәләнгән мәлде ял көнө итеп иғлан итеү –дәүләтебеҙҙең дини тәрбиәгә иғтибар менән ҡарауына дәлил.

Тиҙҙән, иншаллаһ, Ҡорбан байрамына йыйылабыҙ. Ғәйет тураһында бел­гәндәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Ҡорбан салыу – Аллаһ Тәғәлә юлында фиҙакәрлегебеҙ, Раббыбыҙға рәхмә­тебеҙ билдәһе. Ғәмәлдең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ҡорбан өсөн айырса тояҡлы мал һайлана. Ул “Бисмилләһир Аллаһу әкбәр” тип салына. Мәғәнәһе: “Эй, Раббым, намаҙым, тереклегем үә үлемем бар ғаләмдең хужаһы булған Аллаһ өсөн һәм Уның ҡөҙрәтендәлер. Хоҙай Тәғәләгә һис бер тиңдәш юҡтыр”.
Һуйылған ит өс өлөшкә бүленеп, тәү­ге­һе күрше-күләнгә, фәҡирҙәргә тараты­ла, икенсеһе мәжлес өсөн тәғәйенләнә, ә башҡаһы ғаилә менән ашау ниәтендә алып ҡалына. Һатыу – харам. Тиреһен дә фәҡирерәк йәшәгәндәргә бирергә кәрәк. Ә инде уны эшкәртеп, тун текһәң, йә иһә намаҙлыҡ итеп ҡулланһаң, сауабы тағы ла ҙурыраҡ була, тиҙәр.
Ҡорбан байрамында мосолмандар та­ҙа, күркәм кейенеп, иман йортона бара. Мә­сет юҡ икән, өйҙә ғибәҙәт ҡылырға мөм­кин. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Килер байрам­да­рыбыҙҙы бергә-бергә татыулыҡта үткә­рергә насип ҡылһын. Донъябыҙ ты­ныс, тормошобоҙ мул, күңелебеҙ бөтөн булһын, иншаллаһ!





Вернуться назад