Йылмайып-көлөп кенә11.09.2015
Ҡатыны өйөнә туҙынып килеп инә лә иренә:
– Тә-ә-әк! Мин бөтәһен дә беләм! – тип ҡысҡырып ебәрә.
Ире:
– Ысынмы? Улайһа, әйт әле, Бөйөк Ватан һуғышында Бөрйән районынан нисә яугир ҡатнашҡан?.. – тимәһенме!

* * *

– Ата-а-ай, – ти ҡыҙы, – миңә яңы телефон алып бирәһеңме?
– Ә тылсымлы һүҙ?
– Нәсимә!
– Нәсимә? Ниндәй Нәсимә тағы?!
– Һинең һөйәркәңдең исеме.
– Ниндәй телефон, тиһең? “Галакси С5” барамы? Көбө кәрәк буламы?

* * *

Ҡырыҫ ҡына холоҡло атаһы пыр туҙҙырып ҡыҙын әрләй, ти:
– Ул һине үбә башлағас, ниңә ҡысҡырманың?
– Һуң ул бит мине ҡурҡытты, янаны!..
– Нимә тип янаны?
– Ҡысҡырһаң, башҡа үпәс итмәйем, тип...

* * *

Эштән ҡайтып ингән ир ҡатынына йылмая:
– Хәлдәрең нисек, күҙ нурым?
– Барыһы ла яҡшы, ҡәҙерлем. Ашарға бешкән, балаларҙың өҫ-башын йыуҙым, әле ойоҡ бәйләп ултырам! Әгәр иртәгә лә Интернет өсөн түләргә онотһаң, һиңә иҫән ҡалыу юҡ!

* * *

Ирҙең йоҡонан тороуы була, ҡатыны уның яңағына сабып ебәрә.
– Нимә өсөн?
– Әле көн оҙон, сәбәбе сыҡмай ҡалмаҫ.

* * *

Ир, урамда бер бесәйгә тап булып, уны өйөнә күтәреп ҡайта. Ишекте ҡатыны аса.
Ир:
– Ә был – джунгли маймылы!
– Ниндәй маймыл булһын, был бит бесәй! – ти ҡатыны.
– Ҡамасаулама! Мин бесәй менән һөйләшәм!


Вернуться назад