ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ11.09.2015
Ћәр нәмәнең –
үҙ ваҡыты


Үҙ иҫәбемә ял алырға уйлайым, әммә миңә уны бирмәйҙәр. Є түләүлеһен күптән файҙаланғайным. Был законлымы? Хеҙмәт тураһындағы ҡануниәттә үҙ иҫәбеңә ял итеү ваҡы­ты тураһында ни әйтел­гән?

Дилара.

Өфө районы.

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында һәм башҡа закондарҙа түләүһеҙ отпуск биреү ни­геҙҙәре хаҡында әйтелә. Бынан тыш, коллектив договорында ла был хаҡта һүҙ булыуы мөмкин. Үҙ иҫәбеңә ялды йыл әйләнәһенә теләһәң нисә тапҡыр алырға ярай, ләкин был етәкселек менән үҙ-ара килешеп эшләнергә һәм эш процесына зыян килтер­мәҫкә тейеш.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 128-се статьяһына ярашлы, ҡайһы бер категорияға ҡара­ғандарға бындай ял мотлаҡ бирелә. Улар – түбәндәгеләр:
lБөйөк Ватан һуғышы ветерандары – йылына 35 көнгә тиклем;
lпенсия йәшенә етеп, хаҡлы ялға сыҡһа ла, әле эшләп йөрөгәндәргә – йылына 14 көн;
lбурыстарын үтәгәндә йәрә­хәтләнеүе, контузия алыуы йәки ғәрипләнеү һө­ҙөмтәһендә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, хоҡуҡ һаҡлау органдарында, янғынға ҡаршы хеҙмәттә, наркотиктар әйлә­нешенә контроль, енәйәт-башҡарыу системаһы органдарында, таможняла эшлә­гәндәрҙең ата-әсәләренә, ҡатындарына йәки ирҙәренә – йылына 14 көн;
lэшләүсе инвалидтарға – йылына 60 көнгә тиклем;
lтеләһә ҡайһы хеҙмәт­кәргә – бала тыуыу, никах теркәлеү, яҡын туғандарының үлеүе сәбәпле 5 көнгә тиклем.


Белешмәгә генә ҡарамайҙар

Йыл һайын бирелергә тейешле ял ваҡытында йөк­лөлөк менән бәйле диспансерлаштырыу үткәй­нем. Љатын-ҡыҙҙар кон­суль­та­цияһында был хаҡ­та белешмә бирҙеләр. Эш би­реүсе ошо ҡағыҙға яраш­лы отпускымды оҙай­­тырға тейеш түгелме?

Л. НӘБИЕВА.

Бөрө ҡалаһы.

Үрҙә әйтелгән белешмәгә генә ҡарап, етәкселек ял ваҡытын арттыра алмай, сөнки был хаҡта закондарҙа әйтелмәгән. Є бына медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә дауалауға мохтаж икәнлегегеҙ раҫланһа, табип ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһында ҡағыҙ яҙасаҡ. Шуға ярашлы ғына йыл һайын бирелергә тейешле ялдың оҙайтылыуы ихтимал (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 124-се статьяһы). Ошо уҡ кодекстың 254-се статьяһында әйтелеүенсә, диспансер тикшереүҙәре хеҙмәт осоронда үткәрелһә, эш биреүсе һеҙҙе полик­линикаға ебәрергә һәм ошо осор өсөн уртаса хеҙмәт хаҡын түләргә бурыслы.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.



Вернуться назад