Ғаилә үтәй алмаҫ бурыс бармы?09.09.2015
Ғаилә үтәй алмаҫ бурыс бармы? Атай кеше барыһын да булдыра аламы? Әлбиттә! Быны күптән түгел уҙған байрамда ҡатнашҡан ғаиләләр йәнә бер ҡат ныҡлы раҫланы. “Атай барыһын да булдыра ала!” тип аталды күркәм сара.

Мәғлүм булыуынса, был конкурс дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Ойоштороусылары – “Әсә йөрәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфөнөң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге, “Сәләмәтлек шишмәһе” профилакторийы һәм “Тамыр” телеканалы.
Быйылғы конкурста алты ғаилә – Учалынан Абзаловтар, Илештән Андреевтар, Стәрлетамаҡтан Булатовтар, Өфөнән Хәкимовтар менән Желновтар – ҡатнашты. Бәйге төрлө халыҡтарҙың йолаларына арналды. Төп маҡсат – атайҙарҙың күмерҙә ризыҡ әҙерләүе. Бирешмәне улар, аҙыҡтары береһенән-береһе тәмле килеп сыҡты. Өҫтәүенә ғаилә башлыҡтары йорттағы башҡа эштәрҙе лә башҡара алыуын күрһәтте. Әсәйҙәргә лә айырым конкурс әҙерләнгәйне. Улар бауырһаҡ бешереп ярышты. Милли ризығыбыҙҙы әҙерләгәндә йырлап-бейеп тә ебәрҙеләр, был аҙыҡ төрө тураһында әкиәт һөйләп ишеттерҙеләр. Тәмлекәс менән ҡунаҡтарҙы һыйлағас, әсәйҙәр отҡорлоҡта, зирәклектә һынау тотто, үҙ-ара ярыштар уҙғарҙы.
Ғаилә үтәй алмаҫ бурыс бармы?Аҙаҡ “Ҡунаҡ ҡаршылайбыҙ” тип аталған ғаилә конкурсы башланды. Туғанлыҡ, татыу­лыҡ, берҙәмлек тойғолары менән һуға­рылған бәйгегә һоҡланмаған кеше ҡал­мағандыр.
Аҙаҡ барлыҡ конкурстарҙың һөҙөмтәһенә ҡарап, урындар билдәләнде. Берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Жюри ағзалары, бәйгенең әһәмиәтен билдәләп, киләсәктә майҙандың тағы ла киңәйеренә ышаныс белдерҙе.


Вернуться назад