Милләтенең данын төшөрмәй
Атайымдың ҡустыһы Фуат Минһажетдинов 1943 йылдың декабрендә 17 йәшендә генә һуғышҡа алына. Ике туған шулай аймылыш була: береһе яуға китә, икенсеһе ҡайта...
Аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарынан һуң, 1926 йылда тыуа ул. VII класты тамамлағас, ҡалаға уҡырға барған еренән, өләсәйем Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙына балаларҙы аҫрауы ауыр булғас, ауылға кире ҡайта. “Ҡыҙыл Октябрь” колхозының йылҡыһын көтә, һуғышҡа киткән Әбделҡәйүм бабайым Мәғәфүровтың мылтығы менән һунарға йөрөй. Мәргәнлегенә хайран ҡалмаған кеше булмай. Ҡуян, ҡор, ҡоралай атып, күрше-тирәне аслыҡтан ҡотҡара. Йыл әйләнәһенә мурҙа һалып, күпләп балыҡ та тота. Буш ваҡытын урманда үткәреүгә әүәҫ үҫмер бер саҡ иптәше Ғамир ағай Ҡаҙаҡҡолов менән үлем хәлендә ятҡан бөркөт балаһын алып ҡайта. Уны үҙенә эйәләштерә, Музгарка тип исем ҡуша. Был турала Рауза апайым шулай тип хәтерләй:
– Фуат ағайым бәләкәй генә, ап-аҡ ҡына бөркөт балаһын алып ҡайтты. Беҙ уны ҡарашырға ярҙамлаштыҡ. Ҡош балаһы тиҙ үҫте. Йәйеп ебәрһә, һәр ҡанаты яртышар метрға еткәндер. Бик аҡыллы булды бөркөт. Балаларға теймәне. Беҙҙең ҡулда берәй ашамлыҡ күрһә, суҡышы менән эләктереп алып ашар ине. Ағайым һыҙғырып ебәрһә, әллә ҡайҙан ишетеп, осоп килеп, эҙләп табып, иңбашына ултырҙы. Уның менән һунарға йөрөнө. Музгарка сабып барған ҡуянды тибеп ала ине. Ҡанаттарын шундай ҙур итеп йәйеп, кәртәгә осоп килеп ҡунғанын әллә ҡайҙан һиҙә инек. Ағайымды һуғышҡа оҙатҡанда, бөркөтө ауылды әллә нисә ҡат ураны. Хужаһы ҡайтмағас, ғәйеп булды...
Ағайымды һуғышҡа оҙатҡанда, Рауза Хәләф ҡыҙы ул ултырып киткән сананан бер ус һалам алып ҡала. Шулай итһә, йәнәһе, туғаны иҫән-һау ҡайта.
Мәргән атыусы, сос булғанға күрә, ағайымды десант ғәскәрҙәренә алалар. Хаты даими килеп тора. Яҙмаларҙың береһе Рауза апайымда әлегә тиклем һаҡланған. Ул – 1944 йылда Бөйөк Октябрҙең 27 йыллығына сығарылған “Боевой листок”. Гәзиттең ике урынында Фуат Хәләф улы маҡтап телгә алына. “Алдынғы гвардеецтарға тиңләшегеҙ!” тигән мәҡәләлә шулай тиелә: “Иптәш гвардеецтар, десантсылар! Беҙҙең часть Бөйөк Октябрҙең 27 йыллығына арналған күнегеүҙәрҙе тамамлап, алға ҡуйылған бурысты үтәргә әҙер. Яугирҙәр яҡшы кәйефтә. Шабанов, Минһажетдинов, Ермолаев кеүек гвардеецтар – хәрби һәм сәйәси әҙерлек отличниктары!” Шул уҡ “Боевой листок”тағы “Ҡапма-ҡаршы ике гвардеец” тигән мәҡәләлә Фуат Минһажетдинов үрнәк итеп ҡуйыла: “Улар икеһе лә йәш, буйҙары ла бер. Ләкин хеҙмәткә мөнәсәбәттәре ике төрлө. Минһажетдинов – тоҫҡаусы ярҙамсыһы, үҙ эшен ярата, бойороҡтарҙы аныҡ һәм ваҡытында үтәй. Ул һәр ваҡыт ыҡсым ҡиәфәттә, йыйнаҡ, бөхтә, таҙа. Һалдат Плотников та – тоҫҡаусы, ләкин заданиеларҙы үтәүҙә лә, тышҡы ҡиәфәте менән дә ул десантсы исемен аҡламай. Йыш ҡына йә пилоткаһы, йә башҡа нәмәһе юғала. Уға яҡшы гвардеецтан үрнәк алырға кәрәк...”
“Боевой листоктың” икенсе яғында – ағайымдың өйгә яҙған хаты.
“Ҡәҙерле инәйем, Жәүәт ағай, туғандарым Хаят, Хәжәр, Рауза, ҡустыларым Марат, Әүсәф! Һеҙгә, шулай уҡ Ҡәмәретдин апаларға, Фатима апайҙарға, Әхмәҙулла еҙнәйҙәргә минән бик күп сәләм. Хәлемә килгәндә, әлегә иҫән-һау, сәләмәтмен. Минең менән бергә Ҡаҙаҡҡолдан Мәүлитбай Ғайсин хеҙмәт итә. Өс ай була инде, һеҙҙән хат алғаным юҡ. Үҙем өс-дүртте яҙып һалдым. Алдығыҙмы, юҡмы? Хәлдәрегеҙҙе белге килә. Хаят, Хәжәр, Жәүәт ағай нисек? Марат уҡыймы? Минең йылғыларҙы армияға алдылармы? Тиҙ генә яҙып, хат һалығыҙ. Бында беҙҙә ҡағыҙ юҡ, һала алмаҫһығыҙмы?
Сәләм менән Фуат. 11 декабрь, 1944 йыл”.
Адрестың икенсе яғына “Хәрби цензура тарафынан тикшерелде, 21114” тип мисәт һуғылған.
Тыуған Уралында бөркөт һынлы бөркөттө өйрәткән батыр егеткә йәнтөйәге Ҡобағошҡа әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Һуғыш тамамланырға 25 көн ҡалғас, 1945 йылдың 13 апрелендә, дошман пуляһы тейеп, йөрәге мәңгегә тибеүҙән туҡтай.
“Фуат ағайымдың үлеме тураһындағы хәбәрҙе Хаят апайым ишетеп ҡайтты. Өй эсе ҡысҡырып илау тауышына тулды. Инәйем төнө буйы үкһеп сыҡты”, – тип хәтерләй Рауза апайым. Инәйемдең үҙәк өҙгөс итеп һыҡтағанын әле лә онота алмайым, ти ул. Аҙаҡ ағайымдың үлем хәбәре тураһында Фуат ағайҙың яуҙашы Барый Абраров яҙып ебәрә. “Мәүзифа апай, Жәүәт энекәш... Улығыҙ, туғанығыҙ Фуат марттан алып минең менән бергә һуғышта булды. Алышҡа ингәндә, бер-беребеҙгә адрестарҙы биргәйнек, кем иҫән ҡалһа, шул хат яҙыр тип...13 апрелдә яуыз дошман снайперы һәләк итте уны. Бик яҡшы егет ине. Вена ҡалаһына етергә күп тә ҡалмағайны. Австриялағы бейек тауҙар араһында ҡәбер ҡаҙып, яҡшылап ерләнек.
Жәүәт! Фуатты Хөкүмәт наградаһына тәҡдим иткәйнеләр. Яҡшы һуғышҡаны өсөн орден бирергә тейештәр. Уны түбәнге адрес буйынса юллап алығыҙ: Полевая почта, 71293 “Т”, часть командирына. Мин Яңауыл районынан. Фуаттан ике көндән һуң яраландым. Әле госпиталдә ятам. Һеҙгә адресымды яҙып тормайым, сөнки, хат яҙһағыҙ ҙа, килеп етмәҫ, күсенеп йөрөлә. Хушығыҙ! Гвардеецтар сәләме менән Б.Ш. Абраров. 18 апрель, 1945 йыл”.
Марат ағайым Барый Абраров менән хат алышты. Аҙаҡ ул йәшәү урынын алыштырҙы. Марат ағай үлгәс, бәйләнеш өҙөлдө.
1945 йылдың 9 майында беҙҙе уҡыуҙан ҡайтарҙылар. Ялан аяҡ бысраҡ сәсрәтеп, йән-фарман йүгереп ҡайттыҡ. Беҙ еңдек, һуғыш бөткән, Гитлер юҡ! Был хәбәрҙе Ҡаҙаҡҡолдан ебәрелгән һыбайлы килтерҙе. Уның ҡулында – ҡыҙыл флаг, һәр урам буйлап һөрән һалып сыҡты. Ауылда ҙур байрам булды. Ҡояшлы йылғаһы буйында ҡаҙан-ҡаҙан аш беште. Кешеләр һаҡлап тотҡан иң матур кейемдәрен кейеп, яланға йыйылды. Кемдәрҙер илай, бәғзеләр шатлана. Беҙҙең ғаиләгә шатлыҡ менән бергә уңалмаҫ ҡайғы килде.
“Ағайыңдың ҡәберен табыр инегеҙ…”Тыуған иленән ҡоштар осоп етмәҫ ерҙә, Австрияла, ерләнә 19 йәшлек башҡорт батыры. Ҡәберенең ҡайҙа икәнлеген белер өсөн атайым, Рауза апай, Марат ағайым төрлө урынға хат яҙа. Һуғыш ветерандары комитетына, Совет Армияһының юғалған сержанттарын һәм һалдаттарын иҫәпкә алыу идаралығына, “Ҡыҙыл Тәре” йәмғиәтенә, Австрия консуллығына, СССР Оборона министрлығына яҙып, Фуат Минһажетдиновҡа тәғәйенләнгән награданы эҙләп ҡарайҙар, ләкин өмөт аҡланмай. Австрияға яҙған хаттарға “1945 йылда архив тулыһынса СССР-ға тапшырылды” тигән яуап килә. “Жди меня” тапшырыуына мөрәжәғәт итеп, яуҙаштарын да эҙләп ҡарайҙар. Ошондай күп йыллыҡ эҙләнеү һөҙөмтәһендә гвардия рядовойы, снайпер Фуат Минһажетдиновтың Австрия ерендәге Гройсбах ауылы эргәһендә ерләнгәне асыҡлана. Ул 324-се гвардеецтарҙың уҡсылар полкы, 103-сө гвардеецтарҙың уҡсылар дивизияһында һуғышҡан була.
Рауза Хәләф ҡыҙы Фуат ағайҙың ҡәберен 1968 йылда тағы ла ныҡышмалыраҡ эҙләй башлай, сөнки шул мәлдә Югославияға ял итергә йыйынған ҡыҙына Мәүзифа өләсәйем: “Унда йыйынғансы, Австрияға барып, ағайыңдың ҡәберен табып, тыуған ерҙән бер ус тупраҡ һалыр инегеҙ”, – тип әйтеп һала. Йөрәк әрнеүе менән әйтелгән был һүҙҙәр Рауза апайымды ғүмерлек эҙләнеүҙәргә дусар итә. Ләкин атаһы Хәләф Минһажетдиновтың 1937 йылда репрессияға эләгеүе арҡаһында, уны сит илгә сығармайҙар.
Аҙаҡ Интернет аша эҙләргә ҡарар ителә. Рауза апайымдың был ныҡышмаллығы туғандарҙы ла ялмап ала. 9 Май байрамы алдынан Хәжәр апайымдың кинйә ҡыҙы Сәрүәр Хәйруллина Интернет аша “Сиктәрҙе һәм ваҡытты еңеп” халыҡ-ара эҙләү-тарихи форумына яҙып ебәрә.
Барыбыҙҙы ла һөйөндөрөп, күп тә үтмәй, яуап хаты килде. Уны алғас, үҙебеҙҙе немец фашистарын тағы бер еңгәндәй тойҙоҡ, ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы. Австриянан кесе унтер-офицер Юлия Эггер бәйләнешкә сыҡты һәм Фуат ағайҙың ҡайҙа, ҡасан ерләнгәнен әйтте. Венанан йыраҡ түгел урынлашҡан Баден районының Гройсбах ауылы эргәһендә ҡәберен табып, уны бер нисә саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан Алланд ҡасабаһындағы Туғандар ҡәберлегенең беренсеһенә күсереп ерләүҙәре тураһында хәбәр итте, фото һалды. Бынан тыш, Фуат Минһажетдиновтың ҡайһы райондан, ауылдан булыуы, ниндәй полкта хеҙмәт итеүе тураһында тулы мәғлүмәт, уның менән бергә ерләнгән 14 совет һалдатының тулы исемлеге, ҡәберҙе нисек табырға кәрәклеген күрһәткән һыҙма ла бар ине. Һалдаттарға обелиск ҡуйылыуы хаҡында ла яҙған.