Һаман да фән юлында09.09.2015
Һаман да фән юлында Билдәле ғалим, профессор, социология фәндәре докторы Рәшит Исмәғил улы Ирназаров 80 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Ул Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуа. Уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник универ­ситетының аспиранты булараҡ, бил­дәле ғалим Н.Г. Аитов етәк­се­легендә фән юлында эш башлай. Ғилми йүнәлеш менән бер рәттән уҡытыуҙы ла уңышлы алып бара. Мәғрифәткә ике тиҫтә йыл ғүмерен бағышлай ул. Өфө дәүләт авиация техник, Башҡорт дәүләт университеттарында, БДУ-ның Сибай филиалында белем бирә.
Рәшит Исмәғил улын республика халҡының социаль хәле, төбәкте үҫтереү, уға идара итеү мәсьәләләре, милләт-ара мөнә­сәбәт айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Уның 1990 йылда донъя күргән “Башҡорт­останда этностар тигеҙ­леге” тигән хеҙмәтен алтын фонд­ҡа индерергә мөмкин. Башҡа бихи­сап китаптары, мәҡәләләре лә ҙур баһаға лайыҡ.
Рәшит Ирназаров әле Башҡорт­остан Фәндәр ака­демияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтында уңышлы хеҙмәт итә. Коллектив абруйлы ғалимды тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай һәм уға бәхетле оҙон ғүмер, һаулыҡ, ижади уңыштар теләй.




Вернуться назад