Уҡыусым һынатманы09.09.2015
Уҡытыусылыҡ – Хоҙайҙан бирелгән һәләт, тиҙәр. Үрге Йәркәйҙәге Тәлғәт Рахманов исемендәге 2-се мәктәптә сирек быуат самаһы информатиканан белем биргән тәжрибәле педагог Гөлфинә Әғләмованың эшмәкәрлеген барлағанда, был хәҡиҡәткә нығыраҡ инанаһың.
Ул – элекке уҡыусым. VII класта белем алған сағында уҡ киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға хыяллана торғайны. Әҙәби китаптарҙы мауығып уҡыр, театр түңәрәгендә шөғөлләнер, матбуғат баҫмаларына мәҡәләләр яҙыр, сәхнәлә башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен оҫта башҡарыуы менән айырылып торор ине. Ләкин яҙмыш Гөлфинәне икенсе йүнәлештән алып китте: уҡыусым Башҡорт дәүләт педагогия институтында 1986 йылда асылған математика һәм информатика бүлеген һайланы.
Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, Үрге Йәркәйҙәге 2-се мәктәптә эш башланы, шунда уҡ үҙен талапсан, маҡсатҡа ынтылыусан педагог итеп танытты. Ныҡышмалылыҡ, һиҙгерлек, һәләт, балаларға ҡарата һөйөү – тап уға хас сифаттар. Уҡыусыларының ғына түгел, ата-әсәнең йөрәгенә лә юл таба Гөлфинә Мәүләүи ҡыҙы. Бөгөн дә иң көслө педагогтарҙың береһе ул, ижади эшләүе, яңылыҡҡа ынтылыуы менән айырылып тора. Бер ҡасан да ваҡытын йәлләмәй, һәр бала менән өҫтәмә шөғөлләнә, ярҙам итергә тырыша. Һөҙөмтәлә уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһай, мәктәптән һуң белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итә.
Педагог тәжрибә уртаҡлашыу сараларында ихлас ҡатнаша, курстар үткәрә. Белемен даими камиллаштырып, яңы технологияларҙы үҙләш­тереп, заман менән бергә атлай. Бала сағынан әҙәбиәтте, сәнғәтте яратҡан уҡыусым оҙаҡ йылдар райондың халыҡ театрында ла шөғөлләнде, спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарҙы. Яҙыусылар, артистар менән осрашыуҙарҙа әле лә ихлас ҡатнаша.
– Эшем еңел түгел, әммә уны яратып баш­ҡарһаң, мәктәпкә һәр иртә ашҡынып барһаң, балаларҙың үҙеңә ҙур ышаныс менән төбәлгән ҡараштарын күрһәң, барлыҡ арыу юғала һәм, хеҙмәтеңдән ҙур ҡәнәғәтлек тойоп, тағы ла дәртләнеп юлыңды дауам итәһең, – ти Гөлфинә Мәүләүи ҡыҙы.

Ғәлимә ҒӘЛИЕВА,
Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһы уҡытыусыһы.




Вернуться назад