Ирем Әнүәр Сөләймән улы – ғаилә тотҡаһы, ил ҡалҡаны булған уҙамандарҙың береһе. Икебеҙҙең дә атайҙарыбыҙ Ватан, бәхетле тормош өсөн яуҙа батырҙарса көрәшеп баш һалған.Барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек, Әнүәр бәләкәй саҡтан бөтөн эште белеп үҫә. Ауырлыҡтарҙа сынығып, ысын ир-егет булып буй еткерә.
Армияла иһә радист-телеграфсы була, ҡайтҡас, ең һыҙғанып “Коммунар” колхозында эшләй башлай. Ауылға ут үткәс, уны электрик һөнәренә уҡырға ебәрәләр. Яңы эштә лә һынатмай Әнүәр – намыҫлы хеҙмәт итә. Был хаҡта уның “алдынғы колхозсы” тигән исеме, бихисап маҡтау ҡағыҙы, миҙалдары асыҡ һөйләй.
Өс ҡыҙ үҫтерҙек. Уларҙың барыһы ла тормошта үҙ урынын табып, беҙҙе ҡыуандырып йәшәй.
Әнүәр Сөләймән улы әле лә сафта, ғаиләһенә, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләсәренә ныҡлы терәк.