Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ09.09.2015
Баҡраҡ – Еҙем-Ҡаран биләмәһендәге бәләкәй ауыл. Иҙел яры буйында урынлашҡан ошо төбәктә олатайым менән өләсәйем янында уҙған йәйге ялдарым бала саҡтың матур хәтирәһе булып күңелгә уйылған. Өләсәйемдең Әүлиә зыяраты тураһында һөйләгәндәре лә иҫтә ҡалған.

...Октябрь революцияһынан һуң мәсеттәрҙе яндырып, дин тотҡан кешеләрҙе эҙәрлекләү башланғас та, кешеләр йәшеренеп кенә ошо зыярат янына барып, намаҙ уҡый. Ниндәйҙер мөғжизә менән улар имен-аман ҡотолоп ҡала. Сығышы менән Үзбәкстан яҡтарынан булған Мәҡсүтбей әүлиә ерләнгән был урын йылдар үтеү менән онотола башлай.
Күптән түгел Баҡраҡ ауылында күркәм ваҡиға булды. Урындағы халыҡ, ошонда тыуып үҫкән кешеләр Әүлиә зыяраты янында йыйын ойошторҙо. Әйткәндәй, Баҡраҡтан бик күп абруйлы шәхес сыҡҡан, улар араһында табиптар, фән кандидаттары, ғалимдар, хоҡуҡ белгестәре бар.
Әүлиә бик йәмле, еләкле аҡланда ерләнгән икән. Мөһабәт ҡарағай уны ел-ямғырҙан һаҡлап тора. Урын тимер рәшәткә менән матур итеп уратып алынған, тирә-яғы таҙа, ғибәҙәт ҡылыр өсөн урындыҡтар эшләнгән, әүлиәнең исеме яҙылған таҡтаташ ҡуйылған. Быларҙың барыһын да эшҡыуар, табип-хирург Альберт Резбаев башҡарған. Уның ата-әсәһе ошо ауылда тыуып үҫкән. Әле Альберт Нәжип улы Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарламан ауылында йәшәй.
Осрашыуҙа Әүлиә рухына бағышлап доғалар уҡылды, өлкән быуын вәкилдәре иман, дин хаҡында һөйләне. Йыйын аҙағында барса халыҡ ҡорбан итенән бешерелгән аш, былау менән һыйланды, емештәрҙән ауыҙ итте. Һәммәһе лә ошо сауаплы эште башҡарған Альберт Резбаевҡа ҙур рәхмәт әйтеп таралышты.








Вернуться назад