Ғилем нуры һаман йылыта09.09.2015
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты – милләт тотҡаларының береһе. Ҡоростай белем биргән мәғариф учреждениеһы төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары менән лайыҡлы ғорурлана. Унда эшләгән остаздарҙың бер ғаиләнән генә лә бер нисә быуынды ғилем тауы үренә артылдырыуы, ярты быуаттай ғүмер үтһә лә, беҙҙең – гимназистарҙың – хәтерендә уйылып ҡалыуы ғәжәпләнерлек түгел.

Улар араһынан 90 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән баҙыҡ йөҙлө, үтә хәстәрлекле, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылған мөғәллимәбеҙ Мәхтүмә Ислам ҡыҙы хаҡында хәтирәләр менән уртаҡлашмаҡсымын. Апайыбыҙ физика фәнен уҡытты, директор урынбаҫары вазифаһын да башҡарҙы. Интернаттағы ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған малай һәм ҡыҙҙарҙы үҙ балаларылай яҡын күрҙе, яғымлы тәрбиәсе лә булды. Ул уҡытып сығарған йәштәр артабан фән докторҙары, күренекле сәнғәт, әҙәбиәт әһелдәре, етәксе булып китте. Остаздары һәр береһен һағынып иҫкә ала.
“Әгәр Мәхтүмә Ислам ҡыҙы физиканан уҡытмаһа, ниндәй һөнәр эйәһе булыр ине икән?” тип уйланам ҡайһы саҡта. Бәлки, тарихты, йә иһә географияны, юҡ, әҙәбиәтте үҙ итер, тел, музыка дәрестәрен дә бынамын итеп аңлатыр ине. Ниндәй генә тема булмаһын, уҡытыусыбыҙ һәр ҡайһыһы буйынса мауыҡтырғыс мәғлүмәткә эйә булды.
Үҙ заманындағы педагогтар, хеҙмәттәштәре Сәғмән Шәйәхмәтов, Зыя Усманов, Антонина Сухобай, Марат Хафизов, Роберт Арыҫланов һәм башҡалар хаҡында күңелендә иң йылы хәтирәләр йөрөтә Мәхтүмә Ислам ҡыҙы. Ул беҙгә, етемдәргә, физиканы өйрәтеүҙән тыш, тормош һабағы бирҙе, йөрәктәрҙә илгә, халҡыбыҙға һөйөү уятты, тәбиғәткә, телгә, милләтебеҙгә ихтирам тәрбиәләүгә өлгәште.
Баш ҡаланың Зенцов урамындағы интернатта, Социалистик, Красин урамдарындағы балалар йорттары бүлмәләрендә үткән мәктәп йылдары, Мәхтүмә Ислам ҡыҙы биргән ғилем яҡтылығы әлегәсә күңел усағыбыҙға дәрт, илһам өҫтәй кеүек. Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙға имен тормошта ихтирам, игелеккә күмелеп, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйем.

Әҙил ИСХАҠОВ,
мәктәптең 1955 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.



Вернуться назад