Кәңәшсем дә, ярҙамсым да – “Башҡортостан”09.09.2015
Алтын көҙҙөң һәр көнө мөғжизәгә бәрәбәр: юлға сыҡһаң, сағыу төҫкә ингән тәбиғәткә һоҡланып туймайһың, ауылға ҡайтһаң, ҡый үртәгән, йәшелсә-емештән ҡайнатма әҙерләгән иҙрәткес еҫтән бала саҡ хәтирәләренә сумаһың, уҡыу йылын башлап ҡыуанған малай-ҡыҙҙарҙың гөрләшеүенән күңел тула... Илаһи мәл ул көҙ миҙгеле!

Редакцияға килгән хаттарҙа ла йылдың мул, ҡояшлы осоро етеүе асыҡ сағыла – күләмлеләре лә, ҡош телендәй генәләре лә йөрәк йылыһы, ихласлыҡ менән һуғарылған. Берәү үҙен борсоған хәл тураһында бәйән итһә, икенсеһе шатлыҡлы хәбәре менән уртаҡлаша, өсөнсөһө кәңәш-рәхмәтен еткерә. Мәҫә­лән, Өфө ҡалаһында йәшәгән Люциә Рафиҡованан килгән хатта ла авторҙың киң күңеллелеге сағыла. “Бала саҡтан уҡ китап, гәзит-журнал уҡып үҫкәнгә­лер инде, матбуғат баҫмаларына битараф түгелмен. 1957 йылда Өфөгә килеп эшкә урынлашҡас та, уларҙы алдырыуҙы дауам иттем. Әле “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзит­тәре­нә, “Тамаша”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарына яҙылғанмын. Халҡымдың үҫешенә көсөмдән килгән­сә өлөш индерәсәкмен, тип һүҙ биргәнмен үҙемә. Республиканың һәр шатлығын, көйөнөсөн күңелемә яҡын ҡабул итәм. Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, имен йәшәһен тип теләйем һәр саҡ”, – ти хат авторы. Ошондай апай-ағайҙарыбыҙ йәш быуынға матур өлгө күрһәтә лә инде. Афарин!
Хәйбулла районының Первомайский ауылында ғүмер иткән Рәйсә менән Салауат Ғәлиндәр ғаиләһенән шулай уҡ йылы йөкмәткеле хәбәр алдыҡ. “Икебеҙ ҙә уҡытыусы булдыҡ, хәҙер инде 15 йыл хаҡлы ялдабыҙ. “Башҡортостан” гәзитен яратып уҡыйбыҙ, һәр һанын көтөп алабыҙ. Баҫма беҙҙең өсөн – кәңәшсе лә, ярҙамсы ла. Йылдан-йыл йөкмәткеһе матурланыуына, биҙәлеше лә яңы төҫ алыуына ҡыуанабыҙ, редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтәбеҙ”, – тиелгән яҙмала. Ишембай районының Һайран ауылынан Ғәлимйән Яҡупов та гәзитте оҙаҡ йылдар алдырыуы, һәр мәҡәләне башынан аҙағынаса уҡып сығыуы тураһында яҙып ебәргән. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән Мөхәмәтғәли Ваһапов та ғүмер буйы “Башҡортостан” гәзите менән бергә ҡалыуы хаҡында еткергән. Уның хатында “Беҙ бәләкәй саҡта атай – һуғышта, әсәй колхозда эштә булды. Шулай ҙа, юҡ аҡсаны бар итеп, нисек тә гәзиткә яҙыла инеләр. Мин армияла саҡта баҫманың ҡайһы бер өлөштәрен ҡырҡып алып, конвертҡа һалып ебәрә торғайнылар. Әле лә “Башҡортостан”дан айырылмайым, уҡыйым, күп һорауҙарыма яуаптар табам” тигән юлдар бар.
Уҡыусыларыбыҙҙың әүҙем, ихлас булыуы – редакция өсөн шатлыҡ, илһам сығанағы ул. Әле телгә алынған авторыбыҙ өҫтәүенә 2016 йылға гәзиткә яҙылған квитанцияһын ебәргән, тимәк, бүләк алып ҡыуанасаҡтар. Башҡаларҙы ла акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Баҫманың сайтына килгәндә, унда уҡыусыларыбыҙҙың теге йәки был мәҡә­ләгә, хәлгә ҡағылышлы төплө, үҙен­сә­лекле фекерҙәрен күрергә була. Мәҫә­лән, К. Ишбулдинаның “Ҡатын-ҡыҙ шөғөлө тимәгеҙ...” исемле яҙма­һының геройы Ирек Ғәлиевкә ҡарата “Афарин, егет! Ундай инсандар менән һоҡланырға ғына ҡала” тигән фекер әйтелгән. Миңнира Бикәнә­сованың “Бик һәйбәт булды!” тип аталған яҙмаһы иһә “Шәп юмореска! Сәпкә тура тейә” тигән баһа алды. Яҙмалар үҙ уҡыусы­һын, фекерҙәшен таба икән, тимәк, мил­ли матбуғат маҡсатына өлгәшә тигән һүҙ.
Сираттағы шәп фекер Таңсулпан Ғарипованың М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш артистары тураһында яҙған мәҡәләһенә төбәлгән. “Руслан Хайсаров башҡарыуындағы Ҡара юрғаны күрер өсөн спектаклгә ике ҡабат барҙым. Иҫ киткес уйнай. Юҡ, уйнамай, гүйә, ысынлап та, ҡара юрға! Шулай ҙа инеп була икән образға?! Афарин, егет, рәхмәт, ҡустым!” – тип һоҡлана Гөлнур Яҡупова.
Халыҡтар татыулығы – иң күркәм күренештәрҙең береһе. А. Әнүәровтың “Көмөш сылбыр йыйҙы мариҙы” исемле яҙмаһы тап ошо темаға арналған һәм төплө яуап-фекергә лайыҡ булды: “Автор “халыҡтар дуҫлығы” тигән теориянан тормошсан аҙым яһаған. Мариҙарҙың “Веревочка”һы ысынлап та таң ҡалырлыҡ”.
Күпме кеше, шунса фекер тигәндәй, мәҡәләләргә ҡарата һәр кем шәхси уйын, кәңәш-тәҡдимен еткерә ала. Был милли матбуғат эшмәкәрлеген артабан камиллаштырыу өсөн дә, гәзит уҡыусыларға ла файҙалы. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!





Вернуться назад