Тормошоңдо яңынан башла, Әлфиә!24.02.2012
Гәзиттең быйылғы 13 ғинуар һанында сыҡҡан “Тиран менән нисек йәшәргә” тигән яҙманы тыныс ҡына уҡып сыға алманым һәм Әлфиәгә яуап яҙырға булдым.
18 йыл тиранға түҙеп йәшәгән кеше йәлләүгә мохтаж түгел. Һин көслөһөң! Һиндә ихтыяр көсө бар. Әлфиә, “балалар ауылға, мәктәпкә күнеккән”, “бер ерҙә лә ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар”, тигәнһең. Үҫмерҙәр икенсе мәктәпкә лә, ауылға ла тиҙ өйрәнә, дуҫтар ҙа таба. Һин әле уларҙы уйлайһың. Балаларың бәләкәй түгел, ҡул араһына ингәндәр инде. Бигерәк тә 13 йәшлек малайҙың барыһын да аңлай торған сағы. Әгәр дөрөҫ тәрбиә биргән булһаң, ул – һинең терәгең. Ҡыҙың тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. 17 йәше тулған, ул әсәһенең ярҙамсыһы ла, серҙәше лә. Был ауылда ниңә ҡалаһың? Уҡытыусы булараҡ, һин районығыҙҙың уҡытыусылар семинарҙарында, йыйылыштарҙа ҡатнашаһыңдыр. Оялма, ҡурҡма, һораш: уҡытыусылар һәр ваҡыт кәрәк, ә буш өйҙәр хәҙерге заманда бик күп. Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә тигәндәй, яйы һәр ваҡыт табыла.
“Аҡса юҡ”, тиһең. Аҡса — аяҡ аҫтында. Быйыл ер еләге уңды. Балалары менән бергә 47 биҙрә еләк һатып, уларҙы яңы уҡыу йылына кейендергән ҡатынды беләм. Ә еләктең биҙрәһе баҙарҙа 1 мең — 1500 һум ине. Бына һиңә аҡса!.. Ул да ике бала үҫтерә, тик яңғыҙы. Эшкә лә өлгөрә, малын да ҡарай, еләк-емешкә лә йөрөй.
Барлыҡ сирҙәр ҙә – нервынан. Әгәр тормошоңда тыныслыҡ, ял юҡ икән, ҡайҙан һаулыҡ булһын? Әлеге ваҡытта һиңә 40 — 45 йәш тирәһе булырға тейеш тип уйлайым. Һау, көслө сағыңда “тираныңа” кәрәкһең (донъя йөгөн тартырға), әгәр ауырып йығылһаң, ул һыу ҙа алып килмәйәсәк. Тик балаларыңды аяҡҡа баҫтырырға, кеше итергә, терәк булырға әсәй кәрәк! Үҙ балаларыңа ғына түгел, уҡыусыларыңа ла өлгө булырға бурыслыһың.
Бирешмә, Әлфиә! “Мәскәү күҙ йәшенә ышанмай” фильмының героиняһы әйткәнсә: “45 йәштә ғүмер саҡ башлана!” Тормошоңдо яңынан ҡорорға ваҡытың бар әле, теләгең генә булһын!
Зарема ҒӘБДЕЛМӘНОВА.
Әлшәй районы,
Раевка ҡасабаһы.


Вернуться назад