Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына депутаттар һайлаясаҡ. Тәү ҡарамаҡҡа ҡәҙимге кеүек тойолһа ла (ни тиһәң дә, Президент һайлауҙары түгел бит), төптәнерәк фекер йөрөткәндә, сәйәси сараның ифрат мөһим икәне хаҡында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Ни тиһәң дә, был көндә һайланасаҡ депутаттар һәр муниципаль берәмектәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Бер ерҙә ҡойма иҫкергән, икенсеһендә балалар майҙансығын, юлды, күперҙе төҙөкләндерергә, ҡайҙалыр законһыҙ һатылған спиртлы эсемлектәргә, наркоманияға, йәмғиәттәге башҡа социаль сирҙәргә ҡаршы көрәшергә кәрәк. Миәкә районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Салауат ХАФИЗОВ менән дә әңгәмәбеҙ ҙур сәйәси сараға әҙерлек хаҡында барҙы.— Һайлауға ваҡыт аҙ ҡалды. Был мөһим сәйәси кампанияны үткәреүгә әҙерлекте нисек баһаларһығыҙ, Салауат Билал улы?
— Барыһы ла планға ярашлы бара. Ошоға тиклем кандидаттар теркәү үтте, унан һайлау алды агитацияһы йәйелдерелде. Район буйынса 50 һайлау участкаһы ойошторолдо. 155 мандатҡа 326 кандидат дәғүә итә. Уларҙың 166-һы үҙ-үҙен күрһәтһә, башҡалары – төрлө партия вәкилдәре. Араларынан иң лайыҡлылар билдәләнер тип ышанам.
— Ғөмүмән, Миәкә халҡы һайлауға әүҙем йөрөймө?
— 2006 йылда Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге һайлау һәр төрлө хәлдә, хатта тауыш биреүселәр аҙ килгәндә лә, ойошторолдо тип иҫәпләнә. Әлбиттә, беҙ халыҡтың мөһим сарала күберәк ҡатнашыуы яҡлы. Һәр һайлаусыға тауыш биреүҙең яҙмышты хәл итеү сараһы икәнлеген аңлатырға тырышабыҙ.
Ойоштороу мәсьәләһенә килгәндә, урындағы һайлау комиссияларының хеҙмәтен юғары баһалайым. Кампанияның үҙенсәлектәре, уҙғарылған көнө, урыны һәм башҡалар хаҡында халыҡҡа ваҡытында хәбәр итеү бурыстары уларҙың иңенә төшә. Шул уҡ ваҡытта бындай осраҡта бөтөн яуаплылыҡты комиссия ағзаларына ғына йөкмәтеп тә булмай, һәм был дөрөҫ тә түгел. Күп нәмә кандидаттарҙың һайлау алды эшмәкәрлегенә бәйле. Улар халыҡты үҙенә ылыҡтыра ала икән, тимәк, һөҙөмтә лә шул тиклем юғары буласаҡ. Ғөмүмән, һайлауҙың нисек үтеүе, ниндәй кимәлдә ойошторолоуы – киң мәғлүмәт сараларының, сәйәси партияларҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, абруйлы кешеләрҙең берҙәм эш емеше.
— Сәйәси партиялар тигәндәй, республикала улар тиҫтәләгән. Тик һайлауҙар осоронда, айырыуса муниципаль кимәлдәгеләрҙә, фирҡәләрҙе көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә тапмаҫһың... Был йәһәттән хәл нисегерәк?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәйәси партияларыбыҙҙың күбеһе, ысынлап та, һайлауҙа ҡатнашыу йәһәтенән әүҙемлек күрһәтмәй. Әйтәйек, беҙҙең район буйынса үҙ кандидаттарын күрһәткәндәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ —“Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Йәшелдәр һәм социал-демократтар альянсы”. Ҡыҫҡаһы, ауыл һәм ҡасаба Советтарына һайлауҙа парламенттағы һәм уға ҡарамаған партияларҙың күбеһе үҙ кандидаттарын ҡуйыуҙы кәрәк тип тапманы, хатта ниндәйҙер кимәлдә әлеге сәйәси сараны иғтибарһыҙ ҡалдырҙы. Был дөрөҫ түгел, сөнки дәүләткә идара итеү оҫталығы тап урындағы үҙидаранан, инициатива күрһәткән һәр кешенән башлана.
— Һайлау алды агитацияһы бара, тиһегеҙ, асығыраҡ әйткәндә ниндәй сарала үткәрелә?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районыбыҙҙа урындағы телевидение ла, муниципаль гәзит тә юҡ. Был ниндәйҙер кимәлдә үҙен һиҙҙертеп ала. Шуға күрә һайлаусылар менән күҙмә-күҙ осрашыуҙар төп агитация сараһы булып ҡала.
— Быйыл муниципаль һайлауға ҡағылышлы ҡануниәттә яңылыҡтар бармы?
— Һайлау кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, муниципаль кимәлдәге сараларҙа участка комиссияларында ун көн алдан тауыш бирергә мөмкин. Ул 2 сентябрҙән башланды ла инде. Теләгән кеше урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 8-гәсә үҙе теркәлгән һайлау участкаһында алдан тауыш бирә ала. Тағы ла бер яңылыҡ: урындағы үҙидара органына һайлау бюллетененән “Барлыҡ кандидаттарға ҡаршы” тигән юл алып ташланасаҡ.
— Сентябрь — мәшәҡәтле ай: был ваҡытта халыҡ уңыш йыйыу менән мәшғүл, ҡышҡа әҙерлек бара, яңы уҡыу йылы башланды... Халыҡ берҙәм тауыш биреү көнөнә өйрәнеп киттеме һуң? Әллә һайлау үткәреүҙә һаман ауырлыҡтар бармы?
— Ысынлап та, әле эштең ҡыҙған мәле. Шулай ҙа халыҡ һайлауға бәйле бер ниндәй ауырлыҡ кисермәй, тип уйлайым. Киреһенсә, йәйге ялдан һуң, көҙгө муллыҡ осоронда кешеләрҙең кәйефе күтәренке була. Көндәр ҙә йылынып китте. Ә донъя мәшәҡәттәре бөтмәй ул. Теләк булғанда, ғаиләң менән бергә һайлау участкаһына барып килеүгә әллә ни күп ваҡыт та кәрәкмәй. Башҡортостаныбыҙҙың матур, яҡты киләсәген ҡайғыртып, һәр кемдең әлеге һайлауҙарҙа ҡатнашыуы – бик тә кәрәкле, мөһим эш. Һәр ҡайһыбыҙ әүҙем гражданлыҡ позицияһында торһа, тормошобоҙ ҙа йәмле булыр.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
әңгәмәләште.