Бына, исмаһам, үрнәк!09.09.2015
(Л. Абдуллина, “Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте!”, 2015 йыл, 22 май)
Мәҡәләне яратып уҡыным. Ул күңелемдә төрлө уй-фекер тыуҙырҙы.
Ысынлап та, күрше Татарстанда туған телде һаҡлау ғына түгел, уның ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү, халыҡ күңелендә милләтенә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә күп көс һалына. Был сәйәсәт, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Күршеләребеҙҙән өлгө алырға тейешбеҙ.
Беҙгә рухи ныҡлыҡ, матди байлыҡ кәрәк. Фәҡирлектән тырыш хеҙмәт аша ҡотолайыҡ. Ярлы бит ғорур була алмай, шунлыҡтан меҫкенлек, бисаралыҡтан арынайыҡ, милләтте ҡырған эскелекте бөтөрәйек. Шул уҡ ваҡытта яуаплы вазифа биләгән башҡорт етәкселәре төрлө милли сараларҙа үҙебеҙҙең телдә һөйләүҙе бурыс итеп алһын ине тип теләйем. Был рухыбыҙҙы үҫтереүгә ҙур этәргес булыр ине. Башҡорт телен өйрәнеү зарурлығын республикала саммиттар барышында ил Президенты Владимир Путин да иҫкә төшөрҙө бит.
Күптән түгел телевизорҙан шуға шаһит булдым: Ҡазанда Ауыл хужалығы министрлығының йыйылышы татар телендә алып барылды. Бына, исмаһам, үрнәк!
Тағы шуныһы: ниңә беҙҙең башҡорт йәштәренән етәксе урындарға кадрҙар әҙерләүгә тейешле иғтибар бүленмәй? Был мәсьәлә беҙҙе, өлкәндәрҙе, айырыуса борсоуға һала.