Ошо көндәрҙә Белорет районының Ҡағы ауылы янында өс көнлөк “Һыбайлы һуҡмағы-2015” атлы туризм фестивале тамамланды. Өфө, Стәрлетамаҡ, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан килгән ҡатнашыусылар туристик йүнәлеште билдәләү һәм һыбай йөрөү оҫталығы буйынса көс һынашты. Һөҙөмтәләргә ярашлы Өфөнөң “Уҡ” командаһы еңеүсе тип танылды. Ундағы иң әүҙемдәрҙең береһе Надежда Маликова – атлы туризм буйынса Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы ағзаһы.
Әлеге фестивалдә “Рәсәй төбәктәрендә атлы туризмды үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Әйткәндәй, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәр ауыл мәктәбендә ат спортына иғтибарҙы көсәйтергә тәҡдим иткәйне. Быйыл июлдә төбәктең Йәмәғәт палатаһы йыйылышында ул балаларҙы хеҙмәткә йәлеп итергә, ошо рухта тәрбиәләргә кәрәк тигән фекер белдерҙе.