Законды боҙһаң…09.09.2015
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һунар миҙгеле башланғандан алып ведомство хеҙмәткәрҙәре полиция менән берлектә 93 рейд үткәргән.
Сара барышында 437 һунарсы тикшерелгән, шуларҙың 14-енең ҡануниәтте боҙоуы асыҡланған. Нигеҙҙә, уларҙың кейек аулауға рөхсәт ҡағыҙы булмаған. Ғөмүмән, йыл башынан алып 425 кеше хайуандар донъяһы объекттарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙған. Уларҙың 328-енә 334 мең һумлыҡ штраф һалынған. Бынан тыш, рөхсәтһеҙ 33 мышы, биш ҡоралай, туғыҙ ҡабан, ике айыу аулау осрағы теркәлгән. Законһыҙ кәсеп өсөн 2 миллион 15 мең һумлыҡ штраф түләтелгән, тағы ла 30 кешегә ҡарата енәйәт эше асылған.