Мәшғүллек өлкәһенә ярҙам09.09.2015
Башҡортостан хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өсөн 218 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.

Документҡа ярашлы, федераль ҡаҙнанан 319,4 миллион һумлыҡ субсидия респуб­ликабыҙға, шулай уҡ Иваново һәм Һарытау өлкәләренә түләнә. Ошо аҡсаның 218 миллион 562,9 мең һумы Башҡортостанға тәғә­йен­лән­гән. Көрсөккә ҡаршы сараларҙы тор­мош­ҡа ашырыуға республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә тағы ла 11 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙаллана. Ошо рәүешле быйыл мәшғүллек өлкәһенә дөйөм дәүләт ярҙамы 230 миллион 269 мең һум тәшкил итәсәк.
Аҡса төбәктәге алты предприятиеға — Нефтекамалағы “НефАЗ”, “Искож” йәмғиәт­тә­ренә, Мәләүездәге “Эколайн”ға, Өфө мотор­ҙар эшләү берекмәһенә, Учалы тегеү фаб­рика­һы менән Белорет металлургия ком­би­натына — бүленә. Йәштәрҙең мәш­ғүллеге өсөн 20 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Социаль проекттарын тәҡ­дим иткән йәш эшҡыуарҙар 300 мең һумлыҡ грант аласаҡ. Шулай уҡ инвалидтарға һәм пенсионерҙарға социаль ярҙам күрһәтеүгә, эш эҙләүҙә һәм хеҙмәт урынында яраҡла­шыуҙа булышлыҡ итеүгә, бала ҡарау, наркоманиянан дауаланған кешеләрҙе социаль реабилитациялау, йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә ҡағылышлы проекттар ҡабул ителә.





Вернуться назад