Стипендия алыу ябайлаша09.09.2015
Башҡортостанда Хөкүмәт ҡарарына ярашлы стипендия алыу тәртибе ябайлаштырылды.
Яңы документҡа ярашлы, әле социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән сыҡҡан, бакалавриат һәм белгес программалары буйынса бюджет нигеҙендә уҡыған һәм яҡшы билдәләргә өлгәшкән I һәм II курс студенттарына йәшәгән урынында теркәләүҙе раҫлаған, ғаилә ағзалары күрһәтелгән документтар- ҙы юллауҙың кәрәге юҡ. Уларҙың барыһын да Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге үҙе һоратып ала, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәтенең матбуғат үҙәгендә.