Башҡортостан — Ҡытай: бәйләнеш нығый09.09.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы парламенты делегацияһы менән осрашты. Провинциялағы Халыҡ вәкилдәре Йыйылышы Секретариаты хеҙмәткәрҙәренән һәм парламентарийҙарҙан торған делегация башлығы – Секретариат етәксеһе Вэй Мин.
– Әлеге сәфәр ҙә, артабанғы бәйләнештәр ҙә һөҙөмтәле булыр, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм үҫтереүҙең яңы йүнәлештәрен табырға ярҙам итер, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Ҡытай ҡунаҡтарын сәләмләп. — Башҡортостандағы осрашыуҙар республикабыҙ, халҡыбыҙ хаҡында күберәк хәбәрҙар булыу мөмкинлеген бирер тигән өмөттәмен.
Һуңғы ике йылда хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсатында Башҡортостанға Цзянси провинцияһының Урман хужалығы департаменты, Сит ил эштәре канцелярияһы, Бал корпорацияһы делегациялары килде. “Чжон Гэ Трейдинг Групп” компанияһы ла беҙҙең баҙарҙы әүҙем үҙләштерә, инвестиция һала. Былтыр ноябрь башында Ҡытайҙың ошо провинцияһында “Башҡортостан бизнесы көндәре” үткәрелде. Сара барышында республикабыҙ рәсми делегацияһының, шул иҫәптән депутаттарыбыҙҙың Цзянси провинцияһы етәкселеге менән осрашыуҙары булды.