“Таҙалыҡ” — заман талабы09.09.2015
Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә ижтимағи ойошмалар күпкә ҡеүәтлерәк була бара. Был йәһәттән граждандарға, йәмәғәт берләшмәләренә бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылған. Улар халыҡ контролен тормошҡа ашырыуҙа, дәүләт эштәренә идара итеүҙә, хатта закон проекттарын тикшереүҙә лә әүҙем ҡатнашып, үҙ позицияһын белдереү, дөйөм фекергә нигеҙләнеп, ҡануниәтте камиллаштырыу хоҡуғына эйә. Ил Президенты Владимир Путин да Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәйҙә йәмәғәт ойошмаларының эшен әүҙемләштереү зарурлығын билдәләп үткәйне. Төп документҡа ярашлы, барлыҡ закон проекттары, дәүләт ҡарарҙары, стратегик пландар иң элек йәмәғәтселек тарафынан өйрәнелергә тейеш.
“Таҙа һайлауҙар өсөн” күҙәтеүселәр корпусының ойошторолоуы ла халыҡты асыҡ һәм дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү маҡсатына ҡайтып ҡала. Ошо көндәрҙә корпус әүҙемселәренең эшмәкәрлеге, һайлау кампанияларына ҡағылышлы һорауҙар “Граждандар йәмғиәте: Рәсәй Федерацияһында йәмәғәт контроленең ғәмәли һәм теоретик аспекттары” II төбәк-ара юридик форумында ла өйрәнелде. Йәш юристарҙың координация советы рәйесе Денис Паньшин билдәләүенсә, белгестәр һайлауҙарға объектив баһа биреү һәм тауыш биреү участкаларында күҙәтеүсе булыу маҡсатында берләшкән. Әйткәндәй, “Таҙа һайлауҙар өсөн” күҙәтеүселәр корпусы — илдең барлыҡ төбәктәренән вәкилдәр тупланған ярайһы уҡ ҡеүәтле хәрәкәт. Күптәре әүҙем гражданлыҡ позицияһында. Корпустың Башҡортостандағы бүлексәһендә лә башлыса буласаҡ юристар, сәйәсмәндәр, политологтар эшләй. Барлығы — меңдән ашыу студент. Ҡыҫҡаһы, сираттағы һайлауҙар “Таҙа һайлауҙар өсөн” күҙәтеүселәренән тыш үтмәйәсәк. Былтыр корпус әүҙемселәре республиканың һайлау участкаларының яртыһынан күбеһендә эшләһә, быйыл күҙәтеүселәрен тағы арттырмаҡсылар.