Ҡала халҡының заман уңайлыҡтарына талабы айырыуса юғары. Ә ундай шарттарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең тырышлығы менән тыуҙыра. Ағиҙел ҡалаһындағы “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — нәҡ шундай булдыҡлы коллектив. Уларҙың хеҙмәте һәр йортта, һәр фатирҙа кәрәк.Предприятие 2009 йылда ойошторолған. Эш башлауына һанаулы ғына йылдар үтһә лә, тармаҡтағы алдынғы предприятиеларҙың береһе булып танылды ул. Коллектив дөйөм майҙаны 325 мең квадрат метр булған 51 күп ҡатлы йортто хеҙмәтләндерә. Подъездарҙы, ихаталарҙы, дөйөм файҙаланыуҙағы биләмәләрҙе таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу, йәшелләндереү, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, көнкүреш ҡалдыҡтарын һәм сүп-сарҙы сығарыу ҙа уларға йөкмәтелгән. Бынан тыш, ҡала халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү һәм йыуынты һыуҙар селтәрен хеҙмәтләндереү ҙә йәмғиәт яуаплылығында. Күренеүенсә, эш күләме ифрат ҙур. Әммә коллектив ҡала халҡына йәшәү уңайлыҡтары тыуҙырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа энергияны һаҡсыл тотоноу бурысы мөһим тип билдәләнә. Был, бер яҡтан, халыҡты иҫәп алып барырға күнектерһә, икенсенән, предприятиеның финанс ҡеүәтен арттыра. Мәҫәлән, йәмғиәт ҡарамағындағы торлаҡ фонды тулыһынса һалҡын, йылы һыу, электр энергияһын иҫәпләүсе шәхси һәм дөйөм ҡулланылыштағы приборҙар менән йыһазландырылған. Мәғлүмәттәрҙе йыйыу, отчет төҙөү автоматлаштырылған. Теүәл иҫәп һәм дөйөм һаҡсыллыҡ һөҙөмтәһендә халыҡтың йылылыҡ өсөн түләүҙәрен 14 процентҡа кәметергә мөмкинлек тыуған. Йылы һыу селтәрендә баланслаусы клапандар урынлаштырыу ҙа сығымдарҙы шаҡтай кәметеп, хеҙмәтләндереү сифатын тағы ла күтәрергә булышлыҡ иткән. Эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыуға технологик яңыртыуҙар аша өлгәшкәндәр.
2013-2014 йылдарҙа торлаҡ кварталдарындағы дөйөм файҙаланыу урындарында һәм дөйөм йорт ихтыяждары өсөн ғәҙәти электр лампочкаларын энергия һаҡлаусы төрҙәренә алыштырыу программаһын тейешенсә үтәү ҙә көткән һөҙөмтәне биргән.
Предприятие тотороҡло эшләй. Әйтәйек, үткән йылғы хеҙмәт күрһәткестәре буйынса уның “Республикала эшмәкәрлеге ыңғай билдәләнгән компаниялар” исемлегенә индерелеүе быны йәнә бер дәлилләй. Предприятиеның өлгәшкән уңыштарын хаҡлы рәүештә уның директоры, тәжрибәле һәм инициативалы етәксе Әлфиә Тимерғәлиеваның ойоштороу оҫталығы менән бәйләйҙәр. Әлфиә Фәйез ҡыҙы тармаҡта өс тиҫтә йылға яҡын эшләй. Торлаҡ-коммуналь өлкәләге күп яңылыҡтар ул етәкләгән коллективта башланғыс ала. Шуға уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә күрше ҡала һәм райондарҙан да киләләр.
Әлеге ваҡытта предприятие ҡала хужалығын ҡышҡа әҙерләүҙе теүәлләп килә. Әйткәндәй, коллектив Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауҙың ҡыҫҡа ваҡытлы программаһын үтәүҙә әүҙем ҡатнаша. Был йәһәттән үткәрелгән конкурстарҙа еңеү яулайҙар. Мәҫәлән, ҡалала капиталь ремонтҡа планлаштырылған дүрт күп фатирлы йортто ремонтлау, тендерҙа еңеүсе булараҡ, уларҙың өлөшөнә төшкән.
Предприятиеның абруйы юғары, матди-техник базаһы ҡеүәтле, кадрҙары әҙерлекле. Барлыҡ объекттарҙа ла эш график буйынса бара. Академик Курчатов урамындағы бер йортта ремонт эштәрен теүәлләгәндәр ҙә инде. Предприятие коллективы, ғөмүмән, үҙҙәренә күрһәтелгән ышанысты фиҙакәр хеҙмәт менән аҡлай.