Белем көнөндә республикабыҙ өсөн “төньяҡ ҡапҡа” булып һаналған Яңауыл районының башлыса мари халҡы йәшәгән Сусаҙы-Ябалаҡ ауылында ике ҡатлы яңы мәктәп асылды.
“2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы төҙөлгән мәктәпте “БНЗС” тресының 15-се төҙөлөш идаралығы бик тиҙ арала – 11 айҙа – сафҡа индерҙе. Белем усағы өсөн тотонолған 155 миллион һум сығымдың 60 миллиондан ашыуырағы федераль бюджеттан килһә, ҡалған өлөшө республика һәм район иҫәбенән бүленде. Сусаҙы-Ябалаҡ һәм яҡын-тирәләге алты ауыл балаларының уҡыу йылын яңы мәктәптә башлауы өсөн төҙөүселәр ҙур тырышлыҡ һалды.
– Эште ваҡытында һәм сифатлы башҡарып сығыу өсөн тырыштыҡ, – ти төҙөлөш идаралығының баш инженеры Линар Ғәлиәхмәтов. – Белем көнөнә уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға оло бүләк әҙерләп, улар өсөн икеләтә байрам яһауыбыҙға бик шатбыҙ.
Сусаҙы-Ябалаҡ ауылы Мари Иле республикаһындағы беренсе телсе-ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, профессор Валериан Васильевтың тыуған төйәге булараҡ та билдәле. Бында уға бюст ҡуйылған, йорт-музей асылған.
Урындағы мәктәптең тарихы 1888 йылдарға барып тоташа. Яңы белем усағы иһә 120 уҡыусыға тәғәйенләнгән, бөгөн унда Сусаҙы-Ябалаҡтан һәм яҡын-тирәләге алты ауылдан 103 балаға 16 уҡытыусы һабаҡ бирә. Беренсе класҡа 13 уҡыусы килгән. Уларҙың икеләтә байрам шатлығын уртаҡлашып, район хакимиәте тарафынан бүләктәр тапшырылды.
Төҙөүселәр мәктәп директоры Виталий Ильинға символик асҡысты тапшырғас, ҡыңғырау шылтыраны, һәм йола буйынса ишекте тәү башлап кескәйҙәр асып инде. Уҡыу бүлмәләренең, кабинеттарҙың биҙәлеше, йыһаздар һоҡландыра. Аш-һыу әҙерләүгә тәғәйенләнгән урын да заман талаптарына яуап бирә. Спорт залы күнекмәләргә әллә ҡайҙан уҡ саҡырып торған кеүек. Сәхнәне иһә мәктәптең йәш таланттары үҙ иткән дә инде – байрамға йыйылғандарҙы матур сығыштары менән ҡыуандырҙылар. Мари халҡының үҙенсәлекле “Кандра” (“Сылбыр”) бейеүенә ҡунаҡтар ҙа ҡушылып китте.
Яңы белем усағына килгән малай һәм ҡыҙҙарға “Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!” тигән теләк еткерергә генә ҡала, сөнки мәктәптә бының өсөн мөмкинлектәр ифрат күп.