Ауылдар төҙөкләндерелә08.09.2015
Республикала “Реаль эштәр” төбәк партия проектын әүҙем тормошҡа ашырыу дауам итә. Ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә урындағы халыҡ та әүҙем ҡатнаша, тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе вәкилдәре.

Борай районының Баҙраҡ ауылында үткәрелгән йыйылышта урындағы халыҡ проектҡа ярашлы үҙ депутаттарына наказ бирҙе. Ауылда башлыса ижади кешеләр йәшәй, шуға күрә урындағы клубта концерттар даими ойошторола. Бындай сараларҙан алынған аҡсаны мәҙәниәт усағының йылытыу селтәрен төҙөкләндереүгә бүлергә ҡарар ителде. Халыҡ проектты тормошҡа ашырыуға тырыш хеҙмәте менән генә түгел, шулай уҡ матди йәһәттән дә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, газ ҡаҙанлығы һатып алыуға ла байтаҡ аҡса йыйғандар.
Ошо көндәрҙә Борай ауылы клубында ла газ ҡаҙанлығы төҙөкләндерелә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев эш сәфәре барышында урындағы бүлексә активы менән проекттың ғәмәлгә ашырылыуын тикшерҙе. Уның әйтеүенсә, бөтөн проблемаларҙы бер йыл эсендә генә хәл итеү мөмкин түгел. Тап шуға күрә проект киләһе йылда ла дауам итәсәк.



Вернуться назад