“Баҡсасы йорто” — ғаилә таянысы08.09.2015
Өфөлә Башҡортостан баҡсасылары “Берҙәм Рәсәй” менән хеҙмәт­тәш­лек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Республикала партияның “Баҡсасы йорто” — ғаилә таянысы” тигән яңы проекты әүҙем тормошҡа ашырыла башланы. Документҡа ҡул ҡуйылған көндә “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев партия проектының Мәскәү яны, Волга буйы һәм Урал федераль округтары етәкселәре менән осрашты.
Константин Борисовичтың билдәлә­үенсә, Рәсәйҙең баҡсасылар союзы — 60 миллиондан ашыу дача хужаһының, йәки 21 миллион ғаиләнең, мәнфәғәттәрен сағылдырған ҙур йәмәғәт ойошмаһы ул. Әле Баш­ҡорт­останда ла, Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә лә баҡсасыларҙың проблемалары аҙ түгел. Улар иҫәбенә баҡсаға илткән юлдарҙың төҙөкһөҙлөгө, үҫтерелгән продукцияны һатыу, электр, газ, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре инә. Тап ошо проблемаларҙы һөҙөмтәле хәл итеү өсөн республикала “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе менән союз араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды ла инде.



Вернуться назад