Мөһим аҙым буласаҡ08.09.2015
Өфөгә рәсми сәфәр менән Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы парламенты делегацияһы килде.
Уларҙың сәфәренең маҡсаты — Цзянси провинцияһы менән Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен тәрәнәйтеү, төбәктәрҙең хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеү, провинцияның Халыҡ вәкилдәре Йыйылышы менән Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай араһында бәйләнештәр булдырыу.
Ҡытай парламентарийҙарының республикабыҙға килеүенә бәйле Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев: “Был сәфәр ике ил төбәге араһындағы мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереүҙә мөһим аҙым буласаҡ”, — тип билдәләне.