“Ҡара алтын” тормошто үҙгәртте08.09.2015
Рәсәйҙең нефть һәм газ сәнәғәте тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне.
Башҡортостанда нефть тармағы иң әһәмиәтле өлкәләрҙең береһе булып тора. “Ҡара алтын”дың тәүге тоннаһы сығарылған мәлдән алып республикала тормош күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән нефтселәр төбәктәге ҡеүәтле яғыулыҡ-энергетика комплексына нигеҙ һалды. Башҡортостан Рәсәйҙең төп индустриаль үҙәгенә әүерелде.
Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының хеҙмәт коллективын һөнәри байрамдары — Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө — менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе йәмғиәткә йылдам үҫеш, яуланған уңыштарҙы нығытыуҙарын теләне һәм тармаҡ алдынғыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.