Төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бөрөлә булды һәм ҡалалағы етештереү, инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты, киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышын тикшерҙе.
Башта республика Башлығы “Спектр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән танышты. Ул 2002 йылда әүәлге “Оргтехника” заводы нигеҙендә ойошторолған һәм пластмасса изделиелар етештереү менән шөғөлләнә. Предприятие продукцияһына “Совтехстром” сауҙа маркаһы менән сығарылған 60-тан ашыу төрлө уйынсыҡтар, канцелярия һәм көнкүреш тауарҙары инә. Әйберҙәр Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә һатыла.
“Спектр” йәмғиәтенең ойоштороусыһы Вадим Павлович әйтеүенсә, предприятие Өфөләге, Түбәнге Камалағы, Салауаттағы сеймалды аралашсы фирмалар аша һатып алырға мәжбүр. Етештереүселәр урындағы предприятиелар менән полимер һәм пластикты аҙ күләмдә һатып алыуға килешеү төҙөргә ашыҡмай. Рөстәм Хәмитов аралашсылыҡты ҡыҫҡартыуҙың яңы юлдарын эҙләү, предприятиела конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған яңынан-яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү зарурлығын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Күп йүнәлешле мәҙәни үҙәк һалынған төҙөлөш майҙансығында ла булды. Объектта эште киләһе йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Артабан Рөстәм Хәмитов “Бөрө йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәтенең 5-се ҡаҙанлығына юлланды. Бында ул йылытыу миҙгеленә әҙерлек кимәлен тикшерҙе.
Предприятие директоры Андрей Тавгаев әйтеүенсә, 2011 йылда йәмғиәт, Чехиянан инвестициялар йәлеп итеп, дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы буйынса “Бөрөлә йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау” проектын тормошҡа ашыра башлаған. Системаны проектлау, төҙөү һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу эштәре Чехияның “Энком” йәмғиәте менән берлектә башҡарылған. Контракттың хаҡы — 3,4 миллион евро самаһы. Ҡорамалдарҙың бер өлөшө Рәсәйҙә, атап әйткәндә, Туймазылағы ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары заводынан һатып алынған. Система яңыртылғас, уның эш һөҙөмтәлелеге һәм ышаныслылығы бермә-бер артҡан. Өҫтәүенә, ресурстар, аҡсалата сығым да кәмегән.