Ике йондоҙ — ике яҙмыш08.09.2015
Ике йондоҙ — ике яҙмыш Һуғыш. Биш кенә хәрефтән торған был ҡәһәрле һүҙҙең артында миллионлаған ғаиләнең аяныслы яҙмышы — ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәр, ҡайғы-хәсрәт, аслыҡ, етемлек, үкенестәр, юҡһыныуҙар — тора. Һуғыш ғазаптарын башҡалар менән бергә Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Минһажетдиновтар ғаиләһе лә кисергән.
Беҙ үҫкән йорттоң ҡапҡа бағаналарын ике йондоҙ биҙәне. Бәләкәйҙән беҙ уларҙың береһе һуғышта һәләк булған Фуат ағайымдыҡы, ә икенсеһе атайымдыҡы икәнен күреп, белеп үҫтек, тик ағайымдың йондоҙоноң ситтәре ҡараға буялған ине.
Ҡобағош ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 124 кеше китһә, шуның 67-һе кире әйләнеп ҡайта алмай. Бөгөн яугирҙәрҙең береһе генә иҫән. Минһажетдиновтар ғаиләһенән һуғышҡа иң беренселәрҙән булып мәктәптә уҡытып йөрөгән Жәүәт алына. Атайым фронтҡа киткәндә Әлкәлә төрмәлә ултырған олатайымды күрергә тырыша, тик осрашырға насип булмай...
“Көтмәгеҙ, ул вафат булды”

Хәләф Минһаж улы Минһажетдинов 1937 йылдың йәйендә ҡулға алына һәм, хат яҙышыу мөмкинлеге лә бирелмәй, 10 йылға хөкөм ителә. Төрмәлә ултыр­ғанында шырпы фабрикаһында иҫәп-хисап эшен алып бара. 1942 йылдың 8 мартында шунда йөрәк ауырыуынан вафат була. Был турала Белореттан бер урыҫ 1947 йылда, төндә генә урман аша килеп, өләсәйемә һөйләп китә: “Көтмәгеҙ, ул иҫән түгел инде”, — ти. Балалары юллап алған белешмәлә: ”Йөрәк ауырыуынан үлде” тигән яҙыу була... Яҡын­дарына мәйетен бирмәйҙәр, уның ҡайҙа ерләнгәне билдәһеҙ.
Заманының алдынғы ҡарашлы кешеһе, ҡәрҙәштәрен аң-белемгә, мәғрифәткә әйҙәгән ысын башҡорт уҙаманы Хәләф Минһажетдинов 1917—1918 йылдарҙа Учалы районындағы Ҡобағош ауылының тәүге уҡытыусыһы була. Башта олатаһының йортонда балаларға белем бирә, һуңынан мәктәп төҙөтә. 1932—1933 йылдарҙа Белореттағы ФЗС-та, 3-сө совет мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта. Нахаҡҡа ғәйепләнеп репрессияға дусар ителгәс, 46 йәшендә генә ғүмере өҙөлә уның. Яҡшы, белемле кеше булды, тип хәтерләй ололар.
1968 йылда олатайым ғәйепһеҙ тип таныла һәм аҡлана. 1994 йылдың 19 июлендә ул төҙөткән мәктәпкә Хәләф Минһажетдинов исеме бирелде. Шулай итеп, һуңлап булһа ла, тыуған еренә даны ҡайтарылды.
Өләсәйем Мәүзифа алты балаһы менән яңғыҙ тороп ҡалғанда, ғаиләлә иң бәләкәйе Рауза апайым ул саҡта ете генә айлыҡ була. Төрмәгә алып киткәндәрендә олатайым: “Балаларҙы ысын кеше итеп тәрбиәлә, өйҙө һатып булһа ла, уҡытырға тырыш”, — ти өләсәйемә. Күрәһең, үҙенең кире ҡайтмаҫын һиҙгән...

Мең михнәттәр кисеп

Атайым Сталинград һуғышында ҡатнашып, ҡаты яраланып ҡайта. Был турала һеңлеһе Рауза Хәләф ҡыҙы ошолай тип хәтерләй: “Ғинуар айының шундай һалҡын көнө ине. Ҡаҙаҡҡол ауылының бер кешеһе беҙгә “Жәүәт ағай һуғыштан ҡайтып килә” тигән хәбәр килтерҙе. Өйҙә мин генә. Инәйем апайҙарым менән эштә. Бына улар ҙа, ҡайҙандыр һөйөнсө ишетеп, йүгереп ҡайтып инде. Эй, шатланабыҙ. Ҡараңғы төшкәс, өй янына бер ат килеп туҡтаны, беҙ йүгерешеп тышҡа сыҡтыҡ. Ағайым сананан тора алмай ине, күмәкләп ярҙам итеп, уны өйгә индерҙеләр. Өҫтөндә — йоҡа ғына шинель, башында — иҫке бүрек. Ныҡ ябыҡҡан. Урындыҡ ситенә ултырттылар. Беҙ ул-был иткәнсе, өйгә ауылдаштар килеп тулды. Барыһы ла ағайыбыҙҙың тере ҡайтҡанына шатлана, һәр береһе: “Минекен күрмәнеңме, осратманыңмы?” — тип һораша, ҡай­һылары илай. Ағайымдың аяғында — ике төрлө ботинка. Уларын ипләп кенә һалдыртып, өшөгән аяҡтарына быйма кейҙерҙеләр. Ҡултыҡ таяҡтарына таянып, әкрен генә йөрөнө ул. Кеше таралғас, быймаларын сисәйек тигәйнек, аяғының яраһы асылды ла китте. Төнө буйы, беҙгә һиҙҙертмәҫкә тырышып, ыңғырашып, һыҙланып сыҡты. Таң менән ағайымды дауаханаға алып киттеләр. Бер аяғы бот төбөнән үтәнән-үтә яраланған булған. Шул ярсыҡтары эренләп шешкәс, ике йылда туғыҙ операция яһанылар. Белорет хирургы Ларионов (өлкәне) ағайымдың түҙемлегенә аптырай торғайны. Бер нисә операцияны Өфөлә Смирнова фамилиялы профессор эшләне. 1956 йылға тиклем төрлө операциялар яһанылар ағайыма. Шунан һуң ғына әҙерәк арыуланды”.
Миҙалдары менән уйнаныҡ

Ҡаты яраланғас, һуңғы минуттарын көтөп, эстән генә барыһы менән дә бәхилләшкән ерҙән, эҙләп табып, өйрә­телгән эт менән плащ-палаткаға һалып сығаралар атайымды яу яланынан. Госпиталгә килтергәндә ул иҫһеҙ була.
Атайымдың фронттан, госпи­талдән яҙған бер нисә хаты миндә һаҡлана. Береһендә ул 1943 йылдың 20 сентябрендә Сталинград өлкәһендә ҡаты яраланыуы тураһында хәбәр итә. Ә икенсеһендә “Тамбов өлкәһенең, Мичуринск ҡалаһында госпи­талдә ятам” тип яҙып ебәргән. 1944 йылда йүнәлер-йүнәлмәҫ, аяғында баҫып торорлоҡ булғас, госпиталдән ҡайтарғандар. Аҙаҡ янбаш һөйәгенә туғыҙ мәртәбә операция яһанылар. Инвалидлыҡ бирҙеләр. Ғүмере буйы яфаланды. Бер аяғы ҡыҫҡараҡ булып ҡалды. Аяғынан ярсыҡтары аҙаҡ та эренләп сыға ине. Тәнендә лә һуғыш һалған яралар байтаҡ булды. Атайымды йәлләп, уларҙы һыйпай торғайныҡ. Уның миҙалдары менән уйнап үҫтек.
Туҡтауһыҙ һыҙланыуҙар үҙенекен итте — 1989 йылда 66 йәшендә атайым үлеп ҡалды. 1943 йылда тәҡдим ителгән иң һуңғы “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы 52 йыл үткәс, 1995 йылдың 31 сентябрендә, беҙҙең өйҙө килеп тапты. Атайым был наградаһын көткән булған икән. Тик иҫән саҡта түшенә таға алманы...
Ошо хаҡта мәҡәлә район гәзитендә сыҡҡас, атайымдың миҙалының тарихын “Подвиг народа” сайтындағы “Наградлау тарихы” бүлегендә табып, хәбәр иттеләр. “1943 йылдың 14 сентябрендә 7-се уҡсылар ротаһынан ҡыҙылармеец Мин­һа­жетдинов Жәүәт Хәләф улы тәү­геләрҙән булып Вересочь тимер юлы станцияһына бәреп инә һәм оборона ала. Шул ваҡыт совет һалдаттарын ҡырған бер төркөм фашистың йәше­ренеп атҡанын күреп ҡала һәм уларҙы юҡ итә. Совет һалдаттарын үлемдән алып ҡала. Ҡаты яраланып, госпиталгә оҙатыла. Батырлығы өсөн уны наградаға тәҡдим итәм. Полк командиры подполковник Бурлаков”.
Атайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Бер ваҡытта ла маҡтанманы. Тик: “Беҙҙең иңгә төшкәндәрҙе һеҙгә күрергә яҙмаһын, балалар, ҡабат һуғыш була күрмәһен”, — тип әйтер булды. 9 Май беҙҙең ғаилә өсөн иң ҙур байрамдарҙың береһе булды. Атай иртә менән тороп, иң ҡәҙерле күлдәген, миҙалдары тағылған костюмын кейер ине. Байрам концерты алдынан атайым ғына телмәр тотто. Шәп оратор ине. Еңеү байрамдарында өс кенә йырҙы — “День Победы”, “Катюша”, “Ерән ҡашҡа”ны — йырланы. Тауышы бик матур, көслө ине.
Атайым ауылдың активисы булды. Ауылда уны Хәлфә Жәүәт ағай тип йөрөттөләр. Байрам һайын доклад яҙҙы, балалар менән концерт әҙерләне, бесән мәлендә колхозға бесәнен дә сапты, агитатор, хисапсы, депутат, халыҡ суды рәйесе лә булды, ауыл халҡының һорауы буйынса белешмәләр, хаттар яҙҙы, башҡа йәмәғәт эштәрен алып барҙы. Уның был донъянан иртә китеүе беҙҙең өсөн дә, ауыл халҡына ла ҙур юғалтыу булды. Уны ерләгәндә һуғыш ветераны Ғариф ағай һәм ауыл кешеләре ҡәбер ташына, атайымды хөрмәтләп, “Минһажетдинов Жәүәт Ағай Хәләф улы” тип яҙырға ҡушты...






Вернуться назад