Икәү08.09.2015
Берәүҙең юҡ һыңар аяғы,
Туҡ-туҡ килә терәү-таяғы;
Атлап бара ҡалмай аранан,
Аҡһаҡ, тимәм, уға ҡараһам.

Ә берәүҙең иҫән аяҡтар,
Ләкин нисек баҫа, һынап бар:
Гел үҙенә йөрөй юл һаҡлап, –
Ғүмер юлын уҙа ул аҡһап.

1966 йыл.





Вернуться назад