Полигон кәрәкме?05.09.2015
Үкенескә ҡаршы, рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡый өйөмдәре артҡандан-арта бара. Был мәсьәләне хәл итеү маҡсатынан сығып, Башҡортостанда һигеҙ сүп-сар эшкәртеү заводы һәм полигон төҙөү ҡаралған. Уларҙың береһе Иглин районында урынлашырға тейеш. Ләкин халыҡ завод төҙөүгә лә, ауыл хакимиәттәренең дөйөм полигонын булдырыуға ла риза түгел.
Улар фекеренсә, һәр ауылда тәртипте шунда йәшәгән кешеләр тәьмин итергә тейеш. Ошо йәһәттән райондың Аҡбирҙе биләмәһенә ҡараған Үренде ауылында ҙур йыйылыш булды.
Халыҡтың ҡарары бер: тау итәгендәге шишмә буйында полигон төҙөүгә юл ҡуйырға ярамай. Ә ял итеүселәрҙән ҡалған көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу ойоштороласаҡ. Билдәле, халыҡ ҙур полигондар тирә-йүнде бысратыр, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүгә, баҡса үҫтереүгә ҡамасаулар тип борсола. Әммә, экологтар фекеренсә, был дәғүәләр нигеҙһеҙ, ерҙә ятып серегән көнкүреш ҡалдыҡтары күпкә зарарлыраҡ.
Яңылыҡты хуплағандар ҙа күп. “Һәр төбәктә сүп-сарҙы бүлеү, эшкәртеү комплекстары булырға тейеш. Юғиһә ауыл эргәләре сүплеккә әйләнәсәк”, — тип иҫәпләй улар.
Белгестәр әйтеүенсә, киләсәктә барыбер заман технологияларын индерергә тура киләсәк, сөнки көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу ғына түгел, эшкәртеү ҙә зарур. Ә рөхсәт ителмәгән урындарҙағы сүплектәр тулыһынса бөтөрөлөргә тейеш. Әле районда улар 40-тан ашыу.