Районыбыҙға килгәндәр беҙҙә ҡайындарҙың күпләп ҡороғанын күргәндер, моғайын. Был процесс үтә тиҙ бара. Нимә булған һуң аҡ күлдәкле һылыуҙарға?Һорауыма яуап табырға теләп, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Стәрлетамаҡ урмансылығындағы тәжрибәле белгес-эксперт Рәшит Рәхимовҡа мөрәжәғәт иттем.
— Ҡайындың ҡороуының бер сәбәбе — бактериялы һары һыу ауырыуы, – тине ул. – Икенсеһе — ер аҫты һыуҙары кимәленең кәмеүе. Билдәле булыуынса, ҡайын ағасы япраҡтары аша 60 литр һыуҙы парға әйләндерә, көн эҫе йә елле булғанда, унан да күберәк. Ағастар йыл һайын ҡоролоҡтан, тупраҡта дым етмәүҙән зыян күрә.
Бактериялы һары һыу ауырыуы республикабыҙҙа ун йыл тирәһе элек Учалы районында барлыҡҡа килде һәм бөтөн төбәк буйлап таралды. Быға ҡаршы көрәш юлы бер генә — сирле ағастарҙы ҡырҡыу. Эште ҡышҡыһын йәки ҡоролоҡ осоронда башҡарыу яҡшы. Әле бактериялы һары һыу ауырыуының ҡоторған сағы, уны ағастарҙы ҡырҡып ҡына туҡтатырға мөмкин.
Урман хужалығы белгестәре билдәләүенсә, был сиргә Башҡортостандағы ҡайынлыҡтарҙың 30 проценты дусар булған. Нимә эшләргә һуң? Райондағы барлыҡ урман һыҙаттары ла ауыл биләмәләренә ҡарай, ағастарҙы шунда йәшәгән халыҡ тәрбиәләргә тейеш. Урындағы хаки- миәттәрҙән йыш ҡына ҡороғандарын бушлай ҡырҡырға рөхсәт бирелә, әммә алырға ынтылғандар юҡ тиерлек.
— Халыҡ урман һыҙаттарында утын әҙерләргә теләмәй, — ти Тәнәй ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Анатолий Анисков. — Һөҙөмтәлә ҡайындар тамырынан ҡорой. Кешеләрҙең бушҡа алғыһы килмәй, урмансылыҡтан һатып алыуҙы хуп күрәләр.
Ә бына Покровкаға яҡын ятҡан ауылдар халҡы өмәгә сыҡҡан. Әммә унда хаҡлы ялдағылар, транспорты булмағандар утын әҙерләй алмаған. Был эш өсөн махсуслаштырылған бригада кәрәк, тиҙәр.
Ғөмүмән, ҡайындарҙың ҡороу мәсьәләһе ифрат етди, уны республика кимәлендә тиҙ арала хәл итергә кәрәк.