Мамонтмы, әллә динозаврмы?05.09.2015
Мамонтмы,  әллә динозаврмы? 2-се Иҙелбай ауылында йәшәгән Рәжәп Ҡазыханов өйөнә канализация үткәреү өсөн ҡулдан траншея ҡаҙа. Балсыҡ ҡатыш ташты ике метрҙан ашыуыраҡ соҡоғас, ҙур хайуан тешенә оҡшаған һөйәккә юлыға. Ҡом-ҡырсындан таҙартып ҡараһа, уның хатта эмале лә һаҡланғанын күрә.

Табышын ситкә ҡуйып, Рәжәп ағай эшен дауам итә. Тиҙҙән көрәге тағы ла ниндәйҙер ҡаты әйбергә тейә. Уны һаҡлыҡ менән генә балсыҡтан таҙарта һәм ер ҡуйынынан торбаға оҡшаш әйбер ҡаҙып ала: диаметры биш, оҙонлоғо яҡынса 50 сантиметрға тиң һөйәкте күреп, тағы ла нығыраҡ аптырай. Ул музейҙарға ҡуйылған билдәһеҙ хайуан мөгөҙөнә лә, мамонттың һуҡҡы тешенә лә оҡшаған. Бәлки, был бик боронғо заманда беҙҙең яҡтарҙа йәшәгән динозавр ҡалдығылыр?
Әлбиттә, белгестәр табышты фәнни яҡтан тикшереп, һөйәктең ниндәй хайуандыҡы булыуын, уның ҡасаныраҡ йәшәгәнен асыҡлар. Әлегә Рәжәп ағай, бар эшен туҡтатып, Өфөнән ғалимдар килгәнен көтә.
– Беҙҙең ерҙәрҙә башҡа төрлө ҡалдыҡтарҙың да һаҡланыуы мөмкин, – ти ул. – Уларҙың фәнгә кәрәкле икәнлегенә шикләнмәйем.






Вернуться назад