Байыш ауылы янында бронза дәүеренең үҙенсәлекле ҡәлғә-ҡаласығында эҙләнеү һәм ҡаҙыу эштәре буйынса “Ulak-2015” проекты ғәмәлгә ашырыла. Экспедиция составында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының һәйкәлдәрҙе һаҡлау буйынса ғилми үҙәк, этнологик тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре, студенттар, волонтерҙар бар. Йәмғеһе 30-лап кеше эшләй. Сараның ойоштороусыһы – Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге.Быйыл майҙа әлеге урында Екатеринбург геологик разведкаһы тарафынан геодезик эштәр башҡарылған. Экспедицияла ҡатнашыусылар һаҙ буйына палаткалар ҡороп урынлашҡан, араларында ғаиләләре, хатта балалары менән килгәндәр ҙә бар. Ғилми етәкселәре, тарих фәндәре кандидаты, Этнологик тикшеренеү институтының археологик мираҫ бүлеге мөдире Илшат Бахшиев әйтеүенсә, Улаҡ-1 – беҙҙең эраға тиклемге XX – XVIII быуаттарҙағы ҡаласыҡ, Арҡайымдың йәштәше булыуы ихтимал.
Был урын 1993 йылда Никита Савельев тарафынан табылып, планы төшөрөп алынған. Үҙенсәлектәре Силәбе, Ырымбур өлкәләрендәге Һынташтыҡына, Арҡайымдыҡына оҡшаған, үҙе тәгәрмәс формаһында төҙөлгән.
– Үҙенсәлеге – дала төбәге булыуында, – ти Илшат Бахшиев. – Һынташ буйы ҡәбиләләренең ошо ерҙән көнбайышҡа табан барыуы ихтимал. Бәлки, яҙғыһын һыу кимәле күтәрелеп, был урындарҙы һыу баҫҡан булғандыр. Улар артабан киткәс (минеңсә, металл эҙләгәндәр булһа кәрәк), бында икенсе мәҙәниәт вәкилдәре килеп, тәгәрмәс формаһында түгел, ә хәҙерге кеүек бер нисә рәткә теҙелгән урамлы ҡала төҙөгән. Йорт, тирмә, мал көткән урындар асыҡ төҫмөрләнә кеүек.
2002 йылда бында “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-заповеднигы төҙөлгән. Экспедиция вәкилдәре әйтеүенсә, был бай, үҙенсәлекле урында ниндәй ҙә булһа һәйкәл килеп сығыуы ихтимал. Археологик эштәр барышында табылған әйберҙәр беҙҙең дәүергә тиклем өс мең йыл элек йәшәгән ҡәбиләгә тура килә, тип билдәләй белгестәр. Баҡыр осорона хас булған керамик әйберҙәр, руда эҙләү ҡорамалдары бар. Был осорҙа халыҡ йорт тирәләй күпләп эре мал тотҡанын да асыҡлағандар.
Әле керамика, таш ҡорал фрагменттары, йәнлек һөйәктәре табылған. Улар тикшереүгә ебәреләсәк. Экспедиция ағзалары тиҙҙән, үлән кипкәс, һәйкәлдәрҙең һыҙмаһын төшөрөп алмаҡсы.
Экспедицияның эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынғандар “Бәйләнештә” селтәрендә “Проект “Ulak-2015” археологическая экспедиция” төркөмөнә инеп таныша ала.