Инсебикә, Ете ҡыҙ, Шүлгәнташ...05.09.2015
Инсебикә, Ете ҡыҙ, Шүлгәнташ... Ағиҙелдең башланған яғындағы тәбиғәт матурлығы, байлығы менән хайран итә. Шуға ла, айырыу­са йәйгеһен, туристар ифрат күп килә был төбәккә. Йәш спортсылар йылғала тәүге тәжрибә туплай: унда бигүк ҡатмарлы урындар юҡ.
Райондың Туризм һәм тирә-яҡты өйрәнеү үҙәге тәрбиәләнеүселәрен етәкселәре Зариф Йәрмөхәмәтов менән Резеда Хужина беренсе категориялы күп көнлөк һыу походына алып сыҡты. Маршрутҡа (уның дөйөм оҙонлоғо – 78 километр) Бөрйән районының Байназар, Иҫке Собханғол, Мәндәғол, Кейекбай, Аҡбулат һәм Ҡотан ауылдары инде.


Йөрөгән урындарыбыҙ төрлө ле­гендаларға бай. Мәҫәлән, Иҫке Соб­хан­ғол янындағы Инсебикә ҡаяһы иң текә еренән аҫҡа ташланған ҡыҙ исемен йөрөтә. Уны атаһы яратҡан егетенә түгел, ә ҡарт һәм уҫал ҡарт­ҡа ҡатынлыҡҡа бирергә уйлай. Ҡыҙ ҡаршы сыға, инәлә, ялбара. Унан, атаһының ҡатылығын күреп, өйҙән ҡасып китә һәм ҡаянан ташлана.
Ә Ете ҡыҙ ҡаяларына күтәрелһәң, яҡындағы тауҙар, ҡарағай урмандары, йәйрәп ятҡан болондар, Ағи­ҙел йылғаһындағы Түбәнге һәм Үрге Таллыҡ утрауҙарын күрергә була.
Ағиҙелдең уң яҡ ярында Әкиәт мәмерйәһе урынлашҡан. Ҙур убала бәләкәй генә юл күренә. Ул айырым торған ике ҡарағайға төбәлә. Ошо ағастар эргәһендә өңгә оҡшаған мәмерйәгә инеү урыны бар.
Һуңғы туҡталыш – Шүлгәнташ. Бында балалар палеолит дәүерендә йәшәгән кешеләр тарафынан төшө­рөл­гән һүрәттәрҙе күрҙе, тәбиғәттең матурлығына һоҡланды.
Кәмә­лә йөҙөүҙе ойошторған һәм үткәргән ваҡытта һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүгә ҙур иғтибар бирелде. Барлыҡ уҡыусылар, һыу маршруттарын үтеү талаптарына ярашлы, ҡотҡарыу жилеттары, каскалар менән тәьмин ителде. Ғө­мүмән, сәйәхәт балалар өсөн ифрат файҙалы булды. Улар тыуған яҡты нығыраҡ өйрәнде, күңелдәрендә тәбиғәткә ҡарата һаҡсыллыҡ тойғоһо ла нығынды.









Вернуться назад