Түләтергә беләләр...05.09.2015
Ленин урамында йәшәйбеҙ, әммә ошо тарафтағы “үҙенсәлекле” һыу мәсьәләһенең асылына төшөнә алмайбыҙ.
Көн һайын төнгө сәғәт 1-ҙән иртәнге 8-гә тиклем йылы һыу урынына һыуығы аға. Ә бит күпселек халыҡ иртән үк йыуынып, эшкә, уҡыуға әҙерләнеп бөтә. Түләгәндә иһә йылы һыу өсөн аҡса алалар. Был бәләнең сәбәбе нимәлә икән? Ошо хәлгә асыҡлыҡ индереүегеҙҙе үтенәбеҙ.